Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
18 Февраль , 16:00

Был конкурс атайҙар менән малайҙарға!

10 мартҡа тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ. Тик малайға биш йәш тулған булырға тейеш. Ә еңеүселәрҙе иҫтәлекле һәм ҡиммәтле бүләктәр көтә.

Был конкурс атайҙар менән малайҙарға!
Был конкурс атайҙар менән малайҙарға!

Башҡортостандың “Ирҙәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы БР Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә “Атайҙар һәм уландар” республика патриотик йыр конкурсы уҙғара.

Мәртәбәле сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү маҡсатында иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар йылына бағышлана.

Ойоштороусылар республиканың ир-аттарын конкурста әүҙем ҡатнашырға саҡыра. Тәҡдим ителгән йырҙар боронғо башҡорт халыҡ ижады өлгөһө, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡорт батырҙары, Тыуған ер, һалдат бурысы, намыҫ, Атайсалға – тыуған ергә һөйөү темаларына арналыуы мотлаҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлығы тураһында яҙылған автор әҫәрҙәре лә хуплана.

“Атайҙар һәм уландар” конкурсында тура ҡан ҡәрҙәшлегендә булған биш йәштән алып ир-ат ҡатнаша ала. Ансамблдәр 2-10 кешенән торорға тейеш. Ике-өс тауышҡа йырлау, бер нисә быуын вәкиле ҡатнашыу мәртәбә өҫтәр, ти ойоштороусылар. 

Ҡатнашыусылар анкетаһын һәм йыр яҙҙырылған видеояҙмаларҙы 10 мартҡа тиклем электрон почтаға ебәрергә кәрәк. Финалға сығыусылар 24 апрелдә Өфө ҡалаһының “Атайсал” мәҙәни үҙәгендә үтәсәк Гала-концертта ҡатнашасаҡ. Еңеүселәрҙе иҫтәлекле һәм ҡиммәтле бүләктәр, диплом көтә.

Бәйләнеш өсөн электрон почта: [email protected]

Телефон: +7 937 314-88-08 (Бикмәтова Гүзәл Айҙар ҡыҙы)

Telegram-та чат-төркөм: "Атайҙар һәм уландар" https://t.me/atayzar_ulandar

Конкурстың положениеһы: https://cloud.mail.ru/public/q8kf/NCJgR1rt7

Фото: "Ирҙәр ҡоро" йәмәғәт ойошмаһынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: