Тышта сатлама һыуыҡ... Тәбиғәттең көйһөҙлөгөнә ҡарамайынса, Ейәнсура районы хакимиәте махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға сираттағы тапҡыр гуманитар ярҙам йыйып оҙатты.
– Ейәнсураның яугирҙәре, егеттәребеҙ һораған кәрәк-яраҡты ғына алдыҡ һәм тейешле урынға йыйҙыҡ, – тине Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов. – Бензогенераторҙар, радиостанциялар, радиотулҡындарҙы шәйләүсе махсус ҡоролмалар, шөрөпборғостар, бысҡылар һәм башҡа әйберҙәр шуға асыҡ миҫал.
Бынан тыш аҙыҡ-түлек хәстәрләү тураһында ла онотмағандар. Мәҫәлән, сәк-сәк, туҡмас, тушенка, яландан йыйылған сәй үләндәре, тоҙло ҡыяр һәм помидорҙар, ҡайнатмалар, бал һәм бүтән иҫкермәй ҙә, боҙолмай ҙа торған ризыҡтарҙы матур итеп ҡаптарға тултырып, машинаға тейәгәндәр.
Шул иғтибарға лайыҡ, Ейәнсура районы хакимиәте Украинала барған махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙамды даими оҙатып тора. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тибеҙ. Ейәнсураларҙың әүҙемлеген, бер-береһенә теләктәшлеген, ярҙамсыллығын билдәләмәү мөмкин түгел.
Фото: Дәмин Юланов.