Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
22 Февраль , 21:10

Еңеүселәр асыҡланды!

Конкурста ҡатнашыусыларыбыҙҙы, барлыҡ Ватан һаҡсыларын етеп килгән байрам менән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ!

Еңеүселәр асыҡланды!
Еңеүселәр асыҡланды!

Хөрмәтле дуҫтар! 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан "Башҡортостан" гәзитенең сайтында, ил һаҡсылары араһында, "Беҙ – ил һаҡсыһы!" тигән конкурс тамам.

Шулай итеп: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll67aae1ca445c588e777cc4ba 

иң күп тауыш йыйып, I урынға Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан майор Олег Ғәлиев сыҡты.

II урынды Өфө районынан кесе сержант Самат Имелбаев алды,

III урынды Туймазы ҡалаһынан рядовой Нияз Бикбулатов яуланы.

Конкурс еңеүселәрен ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

Еңеүселәр асыҡланды!
Еңеүселәр асыҡланды!
Еңеүселәр асыҡланды!
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: