Бөрйән районында Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ат-сана ярыштары һәм «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» фестивале уҙҙы.
Иҫке Собханғол ауылы янындағы Күҙәмбәт яланына Белорет, Баймаҡ, Әбйәлил, Ғафури, Күгәрсен райондарынан, Сибай, Өфө ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенән ҡатнашыусылар килгәйне.
Тантананы асып, Башҡортостандың Премьер-министр урынбаҫары Азамат Абдрахманов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин сәләмләне.
Зариф Закир улы белдереүенсә, бындай саралар мәҙәни йолаларҙы һаҡлауҙа һәм ат спортын үҫтереүҙәге әһәмиәтен билдәләне.
Сара ат парадынан башланы. Артабан алты этаптан торған ярыштар – традицион конкурстар һәм мауыҡтырғыс уйындар үткәрелә. Ылаҡ, тәңкә алыу, ауҙарыш, суҡмар ырғытыу, арҡан тартыш һәм мәргән уҡсылар турниры уҙғарыла. Уҡсылар конкурсында ир-аттар ҙа, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, йәмғеһе алтмыштан ашыу кеше ҡатнашты. Иң йәшенә 10 йәш булһа, олоһона – 75 йәш. Еңеүселәргә дипломдар, бүләктәр тапшырылды.
Балаларҙы ҡыҙыҡлы уйындар, конкурстар көтә ине. Сара концерт номерҙары, йәрминкә менән оҙатылды. "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашыусы Ырғыҙлы халҡы ҡуйған сағыу тирмәһе һәм ҡул оҫталары күргәҙмәһе ҡунаҡтарҙың иғтибарын йәлеп итте.
Республиканың мәҙәни һәм спорт тормошоноң сағыу биҙәгенә әүерелгән был сара йылҡысылыҡ традицияларын һаҡлай, сәләмәт тормошто популярлаштыра.
Фото һәм видеояҙма: Зариф Байғусҡровтың шәхси архивынан.