Йылдан-йыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары сафы һирәгәйә. Хәйбулла районында ике Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Уларҙың береһенә бөгөн 100 йәш тула. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә.
"Фронтовиктарҙың береһе, Бүребай ауылынан Николай Алексеевич Гаврилов бөгөн үҙенең 100 йәшен билдәләй. 1943 йылда 18 йәшлек Николай Алексеевичты фронтҡа саҡыралар. 1944 йылдың февралендә йәрәхәтләнгәндән һуң һаулығы насар булып, өйөнә ҡайтарыла. Әйткәндәй, башындағы ярсыҡты 80 йыл буйына йөрөткән, ул үҙе бер нисә йыл элек кенә сыҡҡан. Оло йәшенә һәм һаулығына ҡарамаҫтан, Николай Алексеевич рух күтәренкелеген юғалтмай. Бөтә хәйбуллалар исеменән беҙҙең фронтовикты бер быуатлыҡ юбилейы менән ихлас ҡотлайым һәм уға, иң мөһиме, сәләмәтлек теләйем! Һеҙгә барыһы өсөн дә рәхмәт, Николай Алексеевич!"- тип яҙған Рөстәм Динислам улы.
Беҙ ҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын ҡотлайбыҙ һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!
Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.