Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
26 Февраль , 10:30

Рәхмәт һиңә, Еңеү һалдаты!

Улар алдында түбәнселек менән баш эйәбеҙ.

Рәхмәт һиңә, Еңеү һалдаты!
Рәхмәт һиңә, Еңеү һалдаты!

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеүгә лә күп ҡалманы. Ысынлап та, ҙур байрам ул. Фашистарҙы илебеҙҙән ҡыуып сығарып, тыныслыҡ урынлаштырылған көн! Тормошобоҙ тыныс булһын өсөн үҙҙәрен аямағандар алдында баш эйәбеҙ.

Шул уҡ ваҡытта һуғыш ветерандарының Еңеү көнөн күрә алмай китеүҙәре ныҡ йәл, сафтарының көндән-көн һирәгәйә барыуы ҡыҙғаныс. Ошо көндәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Петр Заборовтың вафаты тураһында ишетеп, йөрәк һулҡылданы.

– Өфөлә йәшәгән 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Петр Иванович Заборов вафат булды, – тип хәбәр иткән Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Рөстәм Хәмитов.

Петр Заборов 1925 йылдың 21 июнендә Бәләбәй районының Письмянка ауылында тыуған. Һуғыш тамамланғас, яҡташыбыҙ Өфө моторҙар эшләү заводында эшләгән.

Фото: Рөстәм Хәмитов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: