"Бәйләнештә" социаль селтәрендә Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нуретдин олатай тураһында былай тип яҙған:
– Беҙҙең районда өс Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Нуретдин Хисаметдиновтың янына шатлыҡлы миссия менән килдем. Хөрмәткә лайыҡ кешеләребеҙҙең береһенә 105 йәш тулды. Нуретдин Кәшәфетдин улын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ теләйбеҙ. Еңеү өсөн ҙур рәхмәт!
Нуретдин Хисаметдинов 1920 йылда Стәрлебаш районының Ҡарағош ауылында тыуған. 1941 йылда һуғыш башланыу менән фронтҡа киткән. Шул иғтибарға лайыҡ, Ватан һаҡсыһы Берлинға хәтлем барып еткән һәм беренселәрҙән Еңеү тураһында ишеткән. Һуғыш бөткәс тә, һалдатты тыуған яҡтарына оҙаҡ ҡайтармай тоталар. Ул ни бары 1949 йылда, күкрәге тулы орден-миҙалдар менән, Ҡарағошона ҡайтҡан.
Нуретдин Кәшәфетдин улы тыныс тормошта туған хужалығында тир түгә һәм шунда бер һылыуҡайға күҙе төшөп уны кәләш итеп алып, пар күгәрсендәр шикелле бик бәхетле ғүмер кисерәләр.
Бөгөн Нуретдин олатай балаларының ҡәҙерендә һәм хөрмәтендә ғүмер йомғағын һүтә.
Фото: Динә Мурзина.