Бөтә ил буйынса "Белем" ("Знание") йәмғиәтенең саралары ойошторолдо. Ул Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды. Маҡсат – тарихи хәтерҙе һаҡлау, Ватанға хеҙмәт итеү һәм уның өсөн яуаплылыҡ тотоу.
Йәштәр лекторҙар менән берлектә "Белем. Батырҙар" ("Знание. Герои") проекты сиктәрендә беҙҙең ил өсөн мөһим булған хәрби алыштар тураһында фекер алышты, шулай уҡ геройҙар тураһында ла белде.
Башҡортостанда иһә "Белем" Рәсәй акцияһында 600-ҙән ашыу студент һәм мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты. Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Сибай, Туймазы ҡалалары йәнә Өфө һәм Саҡмағош райондары йәштәре - шуға асыҡ миҫал.
"Знание" Рәсәй йәмғиәте лекторы, Башҡортостан Хәрби комиссариатының яуаплы башҡарыусыһы Вячеслав Евстигнеев үҙенең нисек хәрби булыуы тураһында һөйләне, махсус хәрби операция биләмәһендә уның подразделениеһына ниндәй бурыстар йөкмәтелгәне хаҡында ла бәйән итте.
– Армияла хеҙмәт итергә кәрәк, ул һәр йәһәттән дә көслө итә, тип йәштәргә әйтәм, – ти Вячеслав Евстигнеев.
Фото: Вячеслав Евстигнеев.