Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
12 Март , 20:30

100 йәш тип әйтмәҫһең дә!

Оля Ғарип ҡыҙы бөтәһенең дә исемен яҡшы хәтерләй, ҡунаҡтары менән ихлас аралаша, шул ваҡытта шиғырҙар һөйләргә лә, телефон аша ҡотлауҙар ҡабул итергә лә өлгөрә.

100 йәш тип әйтмәҫһең дә!
100 йәш тип әйтмәҫһең дә!

Саҡмағош районының Саҡмағош ауылында йәшәгән Оля Ғарип ҡыҙы Насированы бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотланылар.

Был мөһим көндә ул туғандары һәм яҡындары, үҙенең тәүге шәкерттәре менән осрашты, улар уға оло хөрмәтен һәм рәхмәт белдерергә килә. Оля Ғарип ҡыҙы ҡунаҡтарҙы яҡшы кәйефтә ҡаршыланы. Ул бөтәһенең дә исемдәрен яҡшы хәтерләй, ҡунаҡтары менән ихлас аралаша, шул ваҡытта шиғырҙар һөйләргә лә, телефон аша ҡотлауҙар ҡабул итергә лә өлгөрә.

Оля Насирова бөтә ғүмерен балаларҙы уҡытыуға бағышлаған, Рапат, Яңы Күл мәктәптәрендә уҡыта. Ире Нурғата Шәрифйән улы Закирйәнов менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улар һуғыш йылдарын һәм илде тергеҙеүҙең иң ауыр осорон үҙ иңендә күтәрә, шулай уҡ ысын сыҙамлыҡ, тырышлыҡ һәм Тыуған илгә тоғролоҡ күрһәтә.

Уның “Социалистик ярыш еңеүсеһе", "Халыҡ мәғарифы отличнигы", "Хеҙмәт ветераны" миҙалдарына бөгөн тағы ла бер миҙал өҫтәлде - Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев абруйлы ветеранға Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә миҙал тапшырҙы.

“Оля Ғарип ҡыҙына ихлас күңелдән сәләмәтлек һәм яҡындары хәстәрлегендә яҡты көндәр теләйем”, – тине Реканс Йәмәлиев.

Фото: https://t.me/yamaleev_rf/10189.

 

100 йәш тип әйтмәҫһең дә!
100 йәш тип әйтмәҫһең дә!
100 йәш тип әйтмәҫһең дә!
100 йәш тип әйтмәҫһең дә!
100 йәш тип әйтмәҫһең дә!
100 йәш тип әйтмәҫһең дә!
100 йәш тип әйтмәҫһең дә!
100 йәш тип әйтмәҫһең дә!
100 йәш тип әйтмәҫһең дә!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: