10 мартта Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев районда иҫән ҡалған өс Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә миҙалдар тапшырҙы.
– Һуғыш өҙгән йәшлек, армияға саҡырыу, алыштарҙа ҡатнашыу, яраланыу, илде тергеҙеү йылдарында ауыр хеҙмәт. Улар, миллионлаған башҡа совет һалдаттары кеүек үк, Еңеүгә ҙур өлөш индерә, илдең азатлығын һәм киләсәк быуындар өсөн тыныс күк йөҙөн яҡлай.
Әле иҫән булған өс ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветераныбыҙға –Нәзиб Нәзиф улы Әзмәтовҡа, Рифғәт Фаяз улы Баяновҡа, Мират Хәнәфи улы Лоҡмановҡа Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә юбилей миҙалдары тапшырылды. Уларҙың батырлыҡтарын иҫтә тотоу һәм хөрмәт итеү – беҙҙең изге бурысыбыҙ, – тип изге яңылығы менән уртаҡлашты Реканс Йәмәлиев.
Ветерандар был сараға бик шатланған – осрашыуҙы тулҡынланып һәм ихлас көткән, миҙалдар менән тулы тантаналы костюмдарын да кейергә онотмағандар.
– Уларҙың ныҡ итеп ҡул ҡыҫыуҙарын, күтәренке кәйефтәрен тойоу ҡыуаныслы булды, беҙҙең менән рәхәтләнеп аралаштылар. Алла бирһә, Бөйөк Еңеү майында осрашырға яҙһын.
Ҡәҙерле ветерандарыбыҙға оҙон ғүмер, күңел тыныслығы һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Еңеү яулағандары өсөн алдарында баш эйәбеҙ, – тине Реканс Фәнил улы.
Фото сығанағы: https://t.me/yamaleev_rf/10202