Башҡортостан етәкселеге төрлө уй-пландарҙы уңышлы тормошҡа ашыра, улар араһында йәш быуындың киләсәген хәстәрләгән проекттарҙың булыуы, айырыуса, ҡыуаныслы. Мәҫәлән, "Белем вагоны" туристик-белем биреү проекты нигеҙендә республикабыҙҙың ҡала һәм райондары уҡыусы балаларын тантаналы оҙатыу булды, улар "Өфө–Волгоград–Өфө" маршруты буйынса 935-се поезда (поезд ике ҡатлы) сәйәхәткә юлланды. Әйткәндәй, был – Башҡортостандан Волгоградҡа оҙатылған беренсе тематик поезд. Унда уҡыусы балалар "Тарихтың төп дәресе" тигән программаны өйрәнә.
Сәфәрҙе ойоштороусылар – Рәсәй тимер юлдары менән берлектә "Донъяның сиге юҡ" һәм "Милли туроператор компанияһы" компаниялары.
Маҡсат – Герой ҡала – Волгоград (элек – Сталинград) менән таныштырыу, ундағы иҫтәлекле урындарҙы күрһәтеү, тарихҡа байҡау яһау, ҡыҙ һәм малайҙар күңелендә патриотизм тәрбиәләү. Сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланды.
Сәғәт таңғы ете булыуға ҡарамаҫтан, Өфө тимер юл вокзалында халыҡ бик күп. Башта Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны. Хәрби йырҙарҙы иһә марштар алмаштырҙы, ысынлап та, һуғыш тураһындағы һәм патриотизм менән бәйле, Рәсәйҙе данлаған, Ватаныбыҙға һөйөү уятыуға саҡырған йырҙарҙы тыныс күңел менән тыңлау мөмкин түгел. Өфө ҡалаһы ҡала округының Тынлы оркестры ла дәртле лә, һағышлы ла көйҙәр уйнап ишеттерҙе.
Өфө тимер юл вокзалының 1-се перронына бай йөкмәткеле күргәҙмә ҡуйылды. Поста торған һалдаттар, шулай уҡ офицерҙар янында малайҙар күп күренде, хәрби кейемдәр, мылтыҡ, пистолет, пулемет, граната кеүек һуғыш ҡоралдары менән танышырға мөмкинселек булды, ҡыҫҡаһы, ул тотошлайы менән Бөйөк Ватан һуғышына арналды. "Ялан кухняһы" ойошторолдо, теләгән һәр кем һалдат бутҡаһы ашаны, сәй эсте.
Волгоградта бай программа ҡаралған. "Мамай Ҡурған"дағы Сталинград һуғышы Геройҙары һәйкәл-ансамбле, Волга йылғаһы буйынан ҡалаға ингән төп ҡапҡа, Геройҙар аллеяһы, Волгоград Арбаты, мемориаль сквер, Азатлыҡ өсөн көрәшеүселәр паркы, Александр Невский һәйкәле һәм башҡаларға экскурсия ойоштороу шуға асыҡ миҫал.
Ғәзиз кешеләрен алыҫ юлға яңғыҙ ебәргән ата-әсәләр төрлө кәңәштәрен еткерә, баҡтиһәң, балаларын оҙатып барыусылар ҙа бар. Бынан тыш мәктәп директорҙары һәм уҡытыусылар ҙа килгән. Земфира һәм Азат Ярмуллиндар улдарын алыҫ юлға оҙатты. Әйтеүҙәренсә, ошондай саралар балаларҙа тарихҡа ҡарата ҙур һөйөү уята, шул уҡ ваҡытта үҙаллылыҡҡа ла өйрәтә.
– Бөтә предметтарҙы ла яратам, бигерәк тә, тарих һәм география ныҡ оҡшай, – ти Фатима Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһының V класс уҡыусыһы уҡыу алдынғыһы Рамаҙан Ярмуллин. – Төрлө олимпиадаларҙан, конкурстарҙан ҡалмаҫҡа тырышам, гимназия эсендә үткәрелгән сараларҙың уртаһында ҡайнайым. Әлбиттә, бындай сәфәргә сығыуыма сикһеҙ шатмын.
Иглин районы Иглин ҡасабаһы 7-се урта мәктәптең VI класс уҡыусыһы Станислав Замковойҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул бәләкәйҙән тарих менән тәрән ҡыҙыҡһына. Маҡсаты – ҙур үҫкәс айтишник булыу. Тик "5" билдәләренә уҡыусы малайҙы әсәһе Софья ханым оҙатып ҡалды.
Өфө ҡалаһы 101-се урта мәктәптең 15-кә яҡын малай һәм ҡыҙға (V класс уҡысылары) мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт алыу тураһында класс етәкселәре Елена Зәкирова аңлата ине. Елена Николаевна бер үк ваҡытта социаль хеҙмәткәр булып та эшләй. Шулай итеп, теүәл иртәнге сәғәт 8-ҙә поезд алыҫ юлға ҡуҙғалды. Яҡташтарыбыҙ Өфөгә 16 мартта ҡайта.
"Белем вагоны"на ун йыл тула. Ошо арауыҡта ул географик йәһәттән генә түгел, ә төрлө яҡлап та үҫте. Хәҙер уны ысын мәғәнәһендә "Белем поезы" тип атарға мөмкин. Быйыл яҙҙан башлап "Рәсәй тимер юлдар" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте филиалының Куйбышев тимер юлдар полигонынан ете тематик поезд ҡуҙғаласаҡ, һүҙ ҙә юҡ, барыһы ла балалар менән туласаҡ. Биш меңдән ашыу ҡыҙ һәм малай сәйәхәттәге көндәрен файҙалы итеп үткәрәсәк. Илебеҙҙең тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү шуға асыҡ дәлил.
Волгоград тигәндән, бына нимәләр хәтергә төштө. 1943 йылда Сталинград ҡалаһы янында дошман менән ҡаты алыштар теркәлгән, күп ҡан түгелгән, яу яланында яҡташтарыбыҙ тыныс күгебеҙ өсөн баштарын һалған. Шул шатлыҡлы, ул ҡан-ҡойошта немец-фашист ғәскәре тулыһынса тар-мар ителгән. Сит ил баҫҡынсылары заманса ҡоралланған һәм һан яғынан күпселекте тәшкил итһә лә, совет һалдаты уларға ҡарағанда ла көслө булған. Ул ысынлап та, Бөйөк Ватан һуғышындағы һынылышлы мәл булып тарихта ҡалған. Фашист менән яғалашып, Еңеүҙе яҡынайтыусылар араһында башҡортостандарҙың, шул иҫәптән, бәләбәйҙәрҙең дә булыуы ифрат һөйөнөслө. Ә һеҙ Волгоград ҡалаһында Бәләбәй урамының барлығын беләһегеҙме? Баҡтиһәң, бар икән.
Тыныс тормош урынлашҡас, бөтә илебеҙ утҡа тотолған ҡалаларҙы аяҡҡа баҫтырыуға тотонған. Билдәле, Башҡортостандан да был эшкә теләп ҡушылғандар. Эшсе төркөмөндә бихисап ҡыҙҙар булған комсомол отрядтары унда ҡатнашҡан. Шулай бер көндө бер нисә кеше подвалдағы емереклектәр араһында пулеметчикты тапҡан, ҡулы менән ҡоралды ныҡ ҡыҫып тотҡан булған ул. Йорттоң стенаһындағы илебеҙ өсөн ғүмерен бирергә әҙер булыуҙы белдергән яҙыуҙар ҙа эшселәрҙең иғтибарын йәлеп иткән. Шулар араһында "Белебеевский" тигәне асыҡ күренеп торған. Төҙөүсе ҡыҙҙар сираттағы комсомол йыйылышында "ҡалаға икенсе һулыш бирергә һәм ундағы урамдарҙың береһен уны азат итеүселәрҙең береһе хөрмәтенә "Бәләбәй" тип атарға" тигән ҡарар сығарған. Әлбиттә, уңғандар маҡсаттарын тормошҡа ашырған һәм бөгөн Волгоградта ошо исемле урам бар.
Тағы ла бер әйбер тураһында. Сталинград өсөн алышта, полковник Горохов етәкселегендәге 124-се айырым пехота бригадаһы ла дошманға көслө ҡаршылыҡ күрһәткән. Башҡортостан ҡыҙҙары шул урында йорттар төҙөгән һәм бер урамды Горохов ти атаған. Шуныһы, Горохов етәкселегендәге 124-се айырым пехота бригада республикабыҙҙың Аксаков станцияһы ауылында барлыҡҡа килгән. Геройҙарҙың исемен мәңгеләштереү – төп маҡсатыбыҙ. Бәләбәй ҡалаһында иһә Волгоград һәм Горохов исемендәге урамдар бар.
Улай ғына ла түгел, Бәләбәй тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында сығышы менән Йәрмәкәй районынан булған, Бәләбәй ҡалаһында йәшәгән генерал-лейтенант Иван Ласкин тураһында ла бай мәғлүмәт һаҡланған. Ҡаланы аҡ чехтарҙан таҙартҡан яҡташыбыҙ 1919 йылда Ҡыҙыл Армия сафына баҫҡан. 1943 йылда юғарынан тап Иван Андреевичҡа 6-сы армия командиры фельдмаршал Паулюсты әсирлеккә алыу бурысы ҡуйылған. Ҡыҫҡаһы, офицер ҡушылған бурысын үтәгән, өҫтәүенә, Паулюстан тыш әллә күпме генерал һәм һалдаттан ҡоралын ташлаттырған...
Фото: Илдар Аҡъюлов.
Нурия ДОГАНЕР, "Милли туроператор компанияһы" компанияһы директоры:
– Беренсенән, сәфәрҙең һәр балаға оҡшауында тамсы ла шик юҡ. Бында тик уҡыу алдынғылары ғына йыйылған, һәр кемдең төрлө яҡлап ҡыҙыҡһыныуы ныҡ көслө.
Икенсенән, ҡыҙ һәм малайҙар өсөн ул, ысын мәғәнәһендә, бай туристик поход. Өфөнән алып Волгоградта хәтлем бик күп ҡалалалар аша үтәләр, ниндәй бәхетле улар.
Өсөнсөнән, иң мөһиме, үҫмер күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләү. Улар барыһын да күрә, тыңлай, ишетә, ҡулдары менән тотоп ҡарай.