Еңеүгә - 80 йыл
15 Март 2025, 17:00

"Өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ: батырҙар эҙһеҙ юғалмай"

Бөгөн "Ватандаш" журналы редакцияһы ҙур аккция үткәрҙе. Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған 15 яугир хаҡында мәғлүмәт асыҡланды!

"Өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ: батырҙар эҙһеҙ юғалмай""Өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ: батырҙар эҙһеҙ юғалмай"
"Өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ: батырҙар эҙһеҙ юғалмай"

Бөгөн Өфөнөң Матбуғат йортонда Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙе эҙләү буйынса “Батырҙар эҙһеҙ юғалмай” тигән акция үтте. Еңеүҙең 80 йыллығына арналған ҙур сараны республиканың “Ватандаш” журналы редакцияһы ойошторҙо.

Улар бындай акцияны икенсе тапҡыр үткәрә. Тәүгеһен 2023 йылда Өфөнөң Совет майҙанында “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһендә уҙғарғайнылар.

– Унда республика журналдарына төрлө сара уҙғарыу бурысы ҡуйылғайны. Һөҙөмтәлә әҙәби баҫмалар яҙыусылар менән осрашыу үткәрҙе, икенселәр концерт ойошторҙо. Беҙ иһә, “Ватандаш”тың йөкмәткеһенә тура килгәнерәк, тарихи йүнәлештәге сара булһын, тип ошондай акция уҙғарырға булдыҡ, – ти журналдың баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева. – Ике сәғәт бүленгәйне, шул арауыҡта ғына дүрт кешенең хәбәрһеҙ юғалған яҡыны табылды, өҫтәүенә бер һалдат хаҡында туғандары өлөшләтә мәғлүмәткә эйә булды. Һөҙөмтәлә ошондай фекергә килдем: акция халыҡ өсөн мөһим, уны мотлаҡ дауам итергә кәрәк. Һәм быйыл, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан, ошо сараны киң итеп үткәрергә булдыҡ.

Матбуғат йортона халыҡ, ысынлап та, күп йыйылды. Һәр береһен айырым яҙмыш йөрөтә. Мәҫәлән, Сания һәм Клара Шакир ҡыҙҙары ҡартатайҙары – Хәлит Әхмәтша улы Кәримов хаҡында мәғлүмәт эҙләп килгән. Яугир 1940 йылда Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына алынған. Алты балаһы ҡалған. Бер туған апалы-һеңлеле шулай уҡ 1927 йылғы Сәлихйән Хәлит улы Кәримовты эҙләй. “Златоустағы хәрби заводта эшләгән тигән мәғлүмәт булды. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ”, – тиҙәр.

Өлкән йәштәге Миләүшә Сабитова менән Зөлфиә Вәлиева ике туған ағайҙары Сәғит Ғирфан улы Вәлиев хаҡында ниндәйҙер мәғлүмәт булмаҫмы икән тигән өмөт менән килгән. Ул Кушнаренко районының Иҫке Ҡормаш ауылынан 1940 йылда армияға саҡырылған, Польша сигендә хеҙмәт иткән. Артабан иһә һуғышҡа алынған. Белосток ҡалаһы янында юғалғаны билдәле. Туғандары яугирҙең фотоларын да алып килгән. “Шул ҡәҙәр матур, ҡупшы егет булған. Өйләнеп тә өлгөрмәгән. Һуғыш башланғанда егерме йәштә генә булған бит”, – тип күҙ йәштәре аша бәйән итте апайҙар, туғандарын табыуға ҙур өмөт белдереп.       

Күгәрсен районының Һапаш ауылынан Рәйес Баймөхәмәтов ҡартатаһы Бәғрәм Ишкинин хаҡында мәғлүмәт юллап килгән. Яугир 1941 йылдың көҙөндә һуғышҡа алынған. Фронтта бергә булған ауылдашы яҙған хатта шундай юлдар бар: “Артиллерия һөжүменән һуң Бәғрәмдең ҡанға буялған баш кейемен генә таптылар...”

“Ватандаш” журналы редакцияһы акцияға “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте”нең Башҡортостан төбәк бүлексәһе ағзаларын саҡырғайны. Ойошманың етәксеһе Елена Вязовцева менән 2023 йылда ла сараны бергә ойошторғандар.

– Хәбәрһеҙ юғалған туғандарын күптәр үҙаллы эҙләп ҡарай. Хәҙер был йәһәттән ярҙамға төрлө сайттар, махсус порталдар ҙа бар. Әммә уларҙа барлыҡ мәғлүмәтте лә табыу мөмкин түгел. Шуға ла иң яҡшыһы – эҙәрмәндәргә мөрәжәғәт итеү. Улар хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләүҙең алгоритмын, махсус алымдарын, юлдарын белә, – ти Рәшиҙә Мәһәҙиева. – Беҙҙең башланғысты ҡеүәтләп, ойоштороу йәһәтенән ҙур ярҙам күрһәткән “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортона, уның генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиевкә, медиадиректоры Ринат Шәйбәковҡа, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

Сара башланып, ике сәғәт тирәһе үтеүгә үк хәбәрһеҙ юғалған ике кеше табылды, өсөнсөһө хаҡында өлөшләтә мәғлүмәт билдәле булды. Акцияның дөйөм һөҙөмтәләренә килгәндә иһә, барлығы 58 кеше икешәр-өсәр яугир тураһында белергә теләп мөрәжәғәт итте. Араларынан бишәүһе тураһында тулы белешмә табылды. Унауһына бәйле өлөшләтә мәғлүмәт билдәле булды.

– Эҙләгән туғанығыҙҙы бөгөн тапмаған хәлдә лә, башлаған эште туҡтатмағыҙ, – тип кәңәш бирҙе килгән кешеләргә эҙәрмәндәр. – Хәбәрһеҙ юғалғандар хаҡында мәғлүмәт базаһы даими яңыртылып, белешмәләр өҫтәлеп тора, тимәк, киләсәктә маҡсатығыҙға өлгәшерһегеҙ. Өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ: батырҙар эҙһеҙ юғалмай. 

Акцияла ҡатнашҡан халыҡ мөһим сараны ойошторған өсөн “Ватандаш” журналы редакцияһы хеҙмәткәрҙәренә, “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте”нең Башҡортостан төбәк бүлексәһе ағзаларына ҙур рәхмәт әйтте, эштәрендә уңыштар теләне. Бөгөн туғандарын таба алмағандар ҙа өмөтөн юғалтманы, “Ышанысыбыҙҙы арттырҙығыҙ, туғандарыбыҙҙы артабан да эҙләйәсәкбеҙ”, тине улар.

Факил Мостафин фотолары.

"Өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ: батырҙар эҙһеҙ юғалмай"
"Өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ: батырҙар эҙһеҙ юғалмай"
"Өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ: батырҙар эҙһеҙ юғалмай"
"Өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ: батырҙар эҙһеҙ юғалмай"
"Өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ: батырҙар эҙһеҙ юғалмай"
"Өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ: батырҙар эҙһеҙ юғалмай"
"Өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ: батырҙар эҙһеҙ юғалмай"
"Өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ: батырҙар эҙһеҙ юғалмай"
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас