Бөтә яңылыҡтар
10
Еңеүгә - 80 йыл
18 Март , 11:00

"Һуғыш беҙҙе мәңгегә айырҙы..."

Бер йортта йәшәгән күрше ҡатындың аслыҡтан үлгән малайҙарының пальтоларын беҙгә кейергә биргәнен хәтерләйем.

"Һуғыш беҙҙе мәңгегә айырҙы..."
"Һуғыш беҙҙе мәңгегә айырҙы..."

Әлшәй районы үҙәге Раевкала бала сағы аяуһыҙ һуғыш йылдарына тап килгән, ҡот осҡос Ленинград блокадаһын кисергән хеҙмәт ветераны Галина Владимировна Семененко йәшәй. Быйыл июнь айында 90 йәшен ҡаршыларға йыйынған ветерандың үткер зиһене, хәтер ныҡлығы, сәләмәтлек торошо һоҡланырлыҡ. Педагогтарға хас һөйләү оҫталығы, телмәр байлығы, образлылыҡ әңгәмәне онотолмаҫ буяуҙарға байытты, оҙаҡ йылдарға хәтерҙә ҡалырлыҡ итте. Бөгөн Галина Владимировна – Әлшәй районының Почетлы гражданы һәм абруйлы шәхесе.

– Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда миңә алты йәш кенә ине. Беҙҙең ғаилә Ленинградта йәшәне.Атайым Владимир Казимирович Федорович заводта эшләне, әсәйем Зоя Алексеевна – дауаханала. Коммуналь фатирҙа атайым, әсәйем, өләсәйем, әсәйемдең апаһы Лина бергә йәшәнек. Атайымды нисек фронтҡа оҙатҡаныбыҙҙы бик яҡшы хәтерләйем, урамдарҙан һалдат шинелдәре кейгән хәрбиҙәр колонналар менән үтте. Уларҙы күҙәткәнебеҙ хәтерҙә.

1942 йылдың февралендә әсәйем туберкулездан вафат булды. Өләсәйем менән генә ҡалдыҡ. Мине һәм һуғыш башланыр алдынан тыуған ҡустым Юраны балалар йортона оҙаттылар. Ошо учреждение беҙҙе үлемдән ҡотҡарып алып ҡалғандыр ҙа. Бер йортта йәшәгән күрше ҡатын аслыҡтан үлгән малайҙарының пальтоларын беҙгә кейергә биргәнен хәтерләйем. Ә балалар йортона килгәс, миңә ҡыҙҙар өсөн тегелгән ҡыҙыл төҫтәге яңы пальто бирҙеләр.

 Тап ошонда ҡустым Юра менән беҙҙең юлдар мәңгегә айырылды, ошоғаса уның артабанғы  яҙмышы тураһында бер ни ҙә белмәйем. Һуғыш беҙҙе, бер туғандарҙы, шулай айырып, ғүмергә үкенес кисереп йәшәргә мәжбүр итте.

Блокадалы Ленинградта йыл ярым йәшәнем. Аҙаҡ 1942 йылдың 20 июнендә башҡа балалар менән фронт һыҙығынан ситкә эвакуацияланылар. Төндә беҙҙе ҡамауҙан ҡотолдороу өсөн берҙән-бер “йәшәү юлы” булған Ладога күленә килтерҙеләр. Матростар аслыҡтан, һыуыҡтан яфаланған хәлһеҙ балаларҙы ҡулдан-ҡулға тапшырып, ҙур пароходҡа тейәне. Икенсе яҡта беҙҙе алыҫҡа алып китер өсөн тауар поезы көтә ине. Шулай итеп, Горький өлкәһендәге 19-сы балалар йортона килеп эләктек, бында туберкулездан һауыҡтырыу шифаханаһы урынлашҡайны.

Балалар йортондағы тормош аслыҡ һәм әҙәм түҙгеһеҙ ауыр йәшәү шарттарынан һуң бала саҡтың яҡты бер бите булып күңелдә иҫтә ҡалды. Кейендерҙеләр, уҡыттылар. 7-се класҡа тиклем ошонда белем алдым. Аҙаҡ 8-10 кластарҙа уҡыуҙы дауам итеү өсөн мәктәбе булған Починков районына күсерҙеләр.Урта белем алғандан һуң педагогия институтын тамамланым, аҙаҡ мине Камчаткаға эшкә ебәрҙеләр. Мотлаҡ өс йыл уҡытыусы булып эшләргә кәрәк ине, яҙмыш мине ошонда тормош иптәшем, моряк, Башҡортостандың Дәүләкән районында тыуып үҫкән Сергей Тимофеевич Семененко менән таныштырҙы. Ошонда тәүге улыбыҙ Сергей тыуҙы.

Мин яҙмышыма һис тә үпкәләй алмайым, ҡайҙа барһам да гел яҡшы, шәфҡәтле кешеләр осрап торҙо. 18 йәштә балалар йортонан өр-яңы кейемдәр кейендереп, оло тормош юлына сығарып ебәрһәләр ҙә, бер ниндәй таянысы, кәңәшсеһе булмаған минең кеүек ҡыҙ-малайҙарға артабан да ярҙам ҡулын һуҙҙы тәрбиәселәр.

Алыҫ Көнсығышта йәшәгәндә Башҡортостандан килгән Фаршатовтар  ғаиләһендә йәшәнек. Аҙаҡ уларҙың туғандары ярҙамында Әлшәй районының Ҡырым ауылына урынлаштыҡ. Бында ла яҡшы күңелле, миһырбанлы кешеләр осрап торҙо.

Бер саҡ ирем менән кәңәшләштек тә, тормошобоҙҙо ҡырҡа үҙгәртергә теләп, Молдавияға йәшәргә күсендек. Тик унда бер йыл да йәшәй алманыҡ, матур тәбиғәтле, алсаҡ, ябай, ярҙамсыл кешеләр йәшәгән  Башҡортостанды юҡһынып кире әйләнеп ҡайттыҡ.

1960 йылда ғаилә ҡороп, улым тыуғандан һуң, 25 йыл үткәс, атайым менән Ленинградта осрашырға яҙҙы.  Үҙебеҙҙең элекке йорт янынан үтеп киттек, хәтирәләрҙә яңырттыҡ. Уның адресын балалар йорто директоры табышып биргәйне. Һуғыштан һуң ул фронттан икенсе ҡатын менән ҡайтып тормош ҡорған ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был осрашыуҙы бәхетле булды тип әйтә алмайым, быныһы үҙәккә үткес ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ икенсе ваҡиға... – тип  тормош иҫтәлектәре менән уртаҡлашты ветеран.

Галина һәм Сергей Семененколар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Егермегә яҡын ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре үҫеп килә. Хеҙмәт ветераны берҙән-бер ҡыҙы, педагог һәм китапханасы Татьяна Сергеевна менән бергә йәшәй. Кинйә улы Александр Раевкала, Сергей Иркутск өлкәһендәге Зима ҡалаһында ғаиләләре менән йәшәй.

Ниндәй генә ауырлыҡтар, ҡайғы-хәсрәт кисереүенә ҡарамаҫтан, Галина Владимировна яҙмышынан ҡәнәғәт. Ленинград блокадаһының 872 көн дауам итеүе тарих өсөн ҡыҫҡа ғына бер биттәй тойолһа ла, ҡамауҙағы Ленинград халҡы өсөн ул яҙмышты хәл иткән тотош ғүмер ул. Блокада икмәге, буржуйкалар, метроном тауышы – ҡамауҙа ҡалған ҡаланың ҡайһы бер тетрәндергес, онотолмаҫлыҡ символдары. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, ошо 872 көн эсендә ҡалала 900 меңгә яҡын кеше һәләк булған, күпселеге – балалар...

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

"Һуғыш беҙҙе мәңгегә айырҙы..."
"Һуғыш беҙҙе мәңгегә айырҙы..."
"Һуғыш беҙҙе мәңгегә айырҙы..."
"Һуғыш беҙҙе мәңгегә айырҙы..."
"Һуғыш беҙҙе мәңгегә айырҙы..."
"Һуғыш беҙҙе мәңгегә айырҙы..."
"Һуғыш беҙҙе мәңгегә айырҙы..."
"Һуғыш беҙҙе мәңгегә айырҙы..."
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: