Еңеүгә - 80 йыл
19 Март 2025, 14:00

Фронтта бер туған ағаһын осрата

Яңы йыл төнөндә һуғышҡа алдылар, Өфө станцияһына алып киттеләр. Тоҙло балыҡ ашатҡандары, аҙаҡ бик ныҡ һыуһағаныбыҙ хәтерҙә. Артабан тауар вагондарына тейәп, фронт яғына юлландыҡ. Бер аҙҙан Баку ҡалаһына барып төштөк. Унда мунса кереттеләр, кейемдәр бирҙеләр, тип һөйләй Ғәбдрәүеф Гәрәев.   

Фронтта бер туған ағаһын осратаФронтта бер туған ағаһын осрата
Фронтта бер туған ағаһын осрата

Эш сәфәре менән райондарға сыҡҡанда мотлаҡ Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре, тыл хеҙмәтсәндәре менән күрешергә тырышабыҙ. Уларҙың хәлдәрен белешәбеҙ, һуғыш хәтирәләрен тыңлайбыҙ. Һуғыш ауырлығын татыған быуын вәкилдәре менән һөйләшеү, тормош мәғәнәһен нығыраҡ аңларға, йәшәү ҡәҙерен тойорға ярҙам итә. Күптән түгел Бәләбәй яҡтарында ла осраттыҡ уларҙы.Ҡалала шәхси йортта ғүмер итеүсе Ғәбдрәүеф Гәрәев менән һуғыш тураһында һүҙ башлау менән хәтер ептәре үҙенән-үҙе тағалды.

“Танауҙы түбән төшөрмәҫкә кәрәк!” ти  ветеран

14 апрелдә 99 йәшен ҡаршылаясаҡ  ветеранға ҡарап күҙ теймәһен тиергә кәрәк. Бер үҙе шәхси йортта донъя көтөп, бирешмәй йәшәп ята. Йорттағы таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә ҡарап ғәжәп итерлек. Кисәге һалдаттың тәртип яратҡаны күренеп тора. Тормош иптәше 1974 йылда мәрхүм булған. Улар өс балаға ғүмер биргәндәр, ике ҡыҙҙары ситтә донъя ҡороп ғүмер итә, улдары ғына мәрхүм булып ҡалған. Ғәзиздәренең иғтибарын тойоп, күңел бөтөнлөгөндә йәшәй яугир. Хакимиәт, ветерандар советы тарафынан да онотолмай. Килеп, хәлен белешеп торалар.

–Ҡартлыҡҡа бирешмәйем әле. Танауҙы түбән эймәҫкә кәрәк! Көн һайын иртүк бутҡа бешерәм. Төшкә аш әҙерләйем, кискә лә ризыҡ хәстәрләйем. Донъяны таҙартып, тәртиптә тотоуға ла өйрәнеп бөткәнмен. Мунсаны ла үҙем яғам, бер ауырлығын да күрмәйем. Былтырға тиклем  ихаталағы ҡарҙы ла үҙем көрәй инем әле. Быйыл Ветерандар советы ярҙам итә, – тип тормошо тураһында һөйләп алып китте ветеран.  

Фронтта бер туған ағаһын осрата

Ошо райондың Мәтәүбаш ауылында тыуған Ғәбдрәүеф Сәләх улы. Ул заманда эш бәләкәйҙән эләгә. Әңгәмәсем дә 12 йәштән колхозда хеҙмәт итә  башлай. Тирмәнсе булып эшләгән атаһын 1942 йылда һуғышҡа алалар, 1943 йылда бер туған ағаһы Менәүәр фронҡа китә. Йәш Ғәбдрәүефте атаһы урынына тирмәнсе итеп ҡуялар. Ләкин оҙаҡҡа түгел. Яңы йыл осоронда уның үҙен дә һуғышҡа саҡыралар.

– Яңы йыл төнөндә һуғышҡа алдылар, Өфө станцияһына алып киттеләр. Тоҙло балыҡ ашатҡандары, аҙаҡ бик ныҡ һыуһағаныбыҙ хәтерҙә. Артабан тауар вагондарына тейәп, фронт яғына юлландыҡ. Бер аҙҙан Баку ҡалаһына барып төштөк. Унда мунса кереттеләр, кейемдәр бирҙеләр. Оҙон, тар ботинкалар, йоҡа ғына йәшел гимнастеркалар әле лә күҙ алдында. Шунда күнекмәләр башланды. Һауаға ҡаршы оборона ғәскәрендә прожекторсыға уҡыттылар, – тип һөйләп алып китте фронт юлдары тураһында. Аҙаҡ йәнә юлға сығалар. Һуғышҡа әҙерләй торған бер лагерҙа туҡталалар. Ғәбдрәүеф ағайҙың танкист булыу хыялы ҙур була.

  – Минән “танкист булып бараһыңмы?” тип һоранылар. Ә миңә шул ғына кәрәк тә. Оҙаҡҡа һуҙмай танк йөрөтөргә өйрәтә башланылар. Ауылдан килгән егеттәр булғас, русса ла бик белмәй инек. Яйлап телде лә өйрәндек. Уҡыуҙарҙан һуң Көнбайыш Белоруссияға килеп төшкәс, танк командиры баштан аяҡҡа миңә текләп ҡараны ла “Танк йөрөтә беләһеңме?” тип һораны. Буйым ҙур түгел - 155 сантиметр. Танкты шәп итеп алып барҙым. Танк командирына йөрөтөүем оҡшаны. Аҙаҡ төшкәс, ҡулбашымдан ҡағып: “Молодец, с тобой можно воевать!” тип маҡтап ҡуйҙы.

Командирының әйткәненә тап төшөрмәй Бәләбәй егете. Ҡушылған заданиеларҙы намыҫ менән үтәй. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” тигән миҙал менән бүләкләнә. Фронтта бер туған ағаһы Менәүәрҙе лә осрата.

–15-20 минут ҡына һөйләшеп торорға тура килде. Ул орудие командиры ине. Шуныһы ҡыуаныслы, атайым да, ағайым да һуғыштан иҫән-имен ҡайтты, – тип һуғыштағы һағынышлы осрашыуҙы ла хәтергә алды.

Һуғыш аяуһыҙ. Үҙенә ҡаты яраланырға тура килә Ғәбдрәүеф ағайға. Контузия алып Минск госпиталендә дауалана.

“Еңеү!” тигән һөйөнөслә хәбәрҙе Белоруссия ерендә ишетә. “Башлыҡтарҙы күккә сөйөп һөйөнгәнебеҙ хәтерҙә!” – ти һуғыш ветераны.

Еңеүҙән һуң уға тиҙ генә ҡайтырға тура килмәй, тағы ла биш йыл хәрби хеҙмәттә була. Барлығы ете йыллап ситтә йөрөй. Тыуған ауылына 1951 йылда ғына ҡайтып төшә. Ауылында ике көн тора ла Октябрьскийға  юллана, ул ваҡытта ҡала саҡ төҙөлә башлаған була. Ғәбдрәүеф Сәләх улы водитель булып эшкә урынлаша. Ғүмер буйы ошо һөнәренә тоғро ҡала. 99 йәшлек ветеран бөгөн дә шәхси автомобилен бик оҫта йөрөтә.

1960 йылдарҙа уға йәнә Бәләбәйгә ҡайтырға тура килә. Менәүәр ағаһының бында булыуы ла булышлыҡ итә. 

Ике йыл элек йәнә танк йөрөтә

Билдәле Т-34 танкының механик-водителе булып һуғыш юлын үткән яугиргә байтаҡ йылдан һуң йәнә танкка ултырырға тура килә. Ике йыл элек уны Ырымбурға танк полигонына алып баралар. Унда ул Т-72 танкын йөрөтөп ҡарай, һуғыш йылдарын йәнә хәтеренә төшөрә.

Көслө рухлы, ҡартлыҡҡа ла, ауырлыҡтарға ла бирешмәгән ветеран яҡташтарының ғорурлығы.

- Ҡалабыҙҙың хөрмәтле кешеһе ул Ғәбдрәүеф Гәрәев. Уға сәләмәтлек теләйбеҙ, - тигән  изге теләктәр ишеттек.

Илгә ауыр саҡта ҡулына ҡорал алып тыуған ерен дошмандан һаҡлаған, тыныс тормошта намыҫлы хеҙмәт иткән яугиргә һоҡланыуыбыҙ ҙа, рәхмәтебеҙ ҙә сикһеҙ.

Һуғыш яугиренең хыялы –100 йәшкә тиклем етеү. Уға оҙон ғүмер теләйбеҙ. Еңеү көнөнә арналған танатаналы сараларҙың түрендә байрамдың йәме булып күп тапҡырҙар ҡатнашырға яҙһын әле ветеран танкисҡа. 

Автор фотоһы.

Бәләбәй ҡалаһы.

 

 

Фронтта бер туған ағаһын осрата
Фронтта бер туған ағаһын осрата
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас