Балтас районында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған “Еңеү салюты” район халыҡ ижады фестивале тарихты сағылдырған күргәҙмәнән һәм мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең ҡул эштәре менән танышыуҙан башланды, тип яҙа “Балтач таңнары”.
Район мәҙәниәт фойеһында ойошторолған күргәҙмәне яҡташтар ҡыҙыҡһынып ҡараны. Район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев сара башланыр алдынан экспонаттар менән танышты. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың оҫталығы менән тыуҙырылған һоҡланғыс ҡул эштәре күргәҙмәне биҙәне. Һәр эш үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ. Штәнде ауылы клубы хеҙмәткәре Даниса Шәрәфиеваның ҡул эштәрен ҡарап, матурлыҡ менән һеҙ ҙә һоҡланығыҙ!