Еңеүгә - 80 йыл
2 Апрель 2025, 18:00

Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән

Әле Саҡмағош районында 100 йәшлек 12 кеше йәшәй.

Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергәнУлар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән

Ошо көндәрҙә Саҡмағош районының Нариман ауылында йәшәгән Мөкәрәмә Хәсән ҡыҙы Иблиева 100 йәшен билдәләне. Бер быуатлыҡ ғүмер кисергән был ветеранды район хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев ҡотланы.

Мөкәрәмә Хәсән ҡыҙы Суртанбаш ауылында тыуған, 16 йәшенән алып баҫыуҙа урып-йыйыу, торфты бушатыу кеүек ауыр эш башҡара. Һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар колхозда, һуңынан ҡошсолоҡ фабрикаһында эшләй. Күп һанлы маҡтау грамоталары һәм миҙалдар менән бүләкләнә, шул иҫәптән “Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн” миҙалы менән дә.

Тормош иптәше менән бергә ғүмер буйы тыуған ерендә эшләйҙәр, алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Хәҙер улар һәм ейәндәре әсәйҙәрен, өләсәйҙәрен ҡарай, ҡайғырта һәм уға үҙҙәренең һөйөүен һәм йылыһын бүләк итә.

Ҙур юбилейы менән шатланып ҡотланым, йылы аралаштыҡ. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул аҡыллылығын, әүҙемлеген һәм тормошҡа һөйөүен һаҡлап ҡала.

Мөкәрәмә Хәсән ҡыҙына һаулыҡ, сәләмәтлек, тағы ла күп яҡты, бәхетле көндәр теләйем. Оҙон ғүмерле өлкән быуын кешеләрен хөрмәт итергә һәм һаҡларға тейешбеҙ. Улар быуаттар буйына дауам иткән тарихты һәм йолаларҙы һаҡлаусылар, беҙҙең, хәҙерге быуын өсөн аҡыл һәм эшһөйәрлек өлгөһө, – тине Реканс Фәнил улы.

Ошо ветерандарыбыҙ Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән. Улар иҫән саҡта ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, рәхмәттәребеҙҙе әйтеп ҡалайыҡ.

Фото: Реканс Йәмәлиевтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас