Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров махсус хәрби операция биләмәһенә барыуы, унда һалдаттар менән осрашыуы тураһында хәбәр иткән.
– Махсус хәрби операциялағы беҙҙең һалдаттарға тәғәйенләнгән өс фураға тейәлгән гуманитар ярҙамды оҙатып барҙыҡ, – тигән Ришат Әнис улы. – Унда – ҡаршылыҡлы урындарҙы еңел һәм тиҙ үтеүгә һәләтле өс автомобиль, эсе тулы ит менән тултырылған һигеҙ һыуытҡыс камераһы, эсәр һыу ҡуйылған 24 поддон, кәрәк-яраҡ һалынған исемле ҡаптар, ағас материалдары һәм бүтән әйберҙәр. Бөтә осраҡта ла һалдаттар һораған нәмәләрҙе генә йыябыҙ-туплайбыҙ.
Ришат Мансуров гуманитар ылау йыйыу йәһәтенән Ватан һаҡсыларына ярҙамға ашығыусы уңғандарға, ғөмүмән, битараф булмаған кешеләргә оло рәхмәтен еткерҙе, киләсәктә лә ҡулға-ҡул тотоношоп уй-маҡсаттарҙы бойомға ашырырға саҡырҙы.
Ришат Әнис улының һүҙҙәренә ҡарғанда, гумконвой тәғәйен еренә уңышлы алып барып еткерелгән. Иң мөһиме, ил һаҡсыларының кәйефе күтәренке, уларҙың берҙәм һәм бер-береһенә теләктәш булыуы ҡыуандыра.
Фото: Ришат Мансуров.