Еңеүгә - 80 йыл
9 Апрель 2025, 15:45

“Быуындар бәйләнеше” акцияһында ҡатнашығыҙ

 Башҡортостанда Ватанды һаҡлаусыларҙың ҡаһарманлығын данлаған акция башланды.

“Быуындар бәйләнеше” акцияһында ҡатнашығыҙ“Быуындар бәйләнеше” акцияһында ҡатнашығыҙ
“Быуындар бәйләнеше” акцияһында ҡатнашығыҙ

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто Ватанды һаҡлаусыларҙың төрлө быуындары ҡаһарманлығының дауамлылығына арналған “Быуындар бәйләнеше” патриотик акцияһын башлап ебәрҙе.

Ҡатнашыусыларға Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы туғандары хаҡында һөйләргә тәҡдим ителә. Материалдарҙы һәр республика гәзите редакцияһына ебәрергә мөмкин. Акцияға журналистар ҙа, теләгән һәр кем ҡушыла ала.

Фото сығанағы: “Молодежная газета”.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас