Еңеүгә - 80 йыл
23 Апрель 2025, 06:00

Атайҙар һәм уландар ҙур сәхнәлә сығыш яһаясаҡ

24 апрелдә уҙасаҡ конкурс Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылына арнала.

Атайҙар һәм уландар ҙур сәхнәлә сығыш яһаясаҡАтайҙар һәм уландар ҙур сәхнәлә сығыш яһаясаҡ
Атайҙар һәм уландар ҙур сәхнәлә сығыш яһаясаҡ

24 апрелдә "Атайсал" мәҙәниәт үҙәгендә атайҙар һәм улдарҙың вокаль ансамблдәре араһында "Атайҙар һәм уландар" республика патриотик йыр конкурсының финалы һәм гала-концерты була.

Сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылына арнала. Шулай уҡ традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында ла ойошторола.

Конкурста олатайҙан, атайҙан һәм биш йәштән өлкән улдарҙан торған ғаилә ансамблдәре сығыш яһай. Улар Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙағы композицияларҙы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлыҡтарына арналған заманса йырҙарҙы, шулай уҡ илһөйәрлек, атайсалыбыҙға һөйөү, Ватан алдындағы бурыс тойғоһо, башҡорт халҡының батырҙары тураһындағы автор йырҙарын башҡара.

Сара Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17-се йортта - "Атайсал" мәҙәниәт үҙәгендә үтә, 18.00 сәғәттә башлана.

Конкурсты ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Башҡортостан Республикаһының "Ирҙәр ҡоро" төбәк йәмәғәт ойошмаһы.

Һеҙҙең алда 16 финалист сығыш яһаясаҡ. Килегеҙ, күрегеҙ, алҡышлағыҙ!

Фото: "Ирҙәр ҡорон" ойошмаһынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас