Еңеүгә - 80 йыл
23 Апрель 2025, 16:45

Уҡыусылар һәм студенттар Өфөлә Еңеү эстафетаһында ҡатнаша

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл тулыуға арналған 76-сы еңел атлетика 6 майҙа үтә.

Уҡыусылар һәм студенттар Өфөлә Еңеү эстафетаһында ҡатнашаУҡыусылар һәм студенттар Өфөлә Еңеү эстафетаһында ҡатнаша
Уҡыусылар һәм студенттар Өфөлә Еңеү эстафетаһында ҡатнаша

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл тулыуға арналған 76-сы еңел атлетика 6 майҙа үтә. Уны Өфө ҡала хакимиәте, Өфө физик культура һәм спорт буйынса идаралыҡ, “Молодежная газета” редакциялары приздарына ойошторалар. Еңеүгә арналған еңел атлетика эстафетаһы изге йолаға әүерелгән. Ул йәштәр араһында еңел атлетиканы таратыуҙы, спортсыларҙы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә арналған байрам сараларына йәлеп итеү маҡсатында уҙғарыла. Эстафета 6 майҙа Еңеү паркы биләмәһендә үткәрелә.

Унда дөйөм белем биреү мәктәптәре, лицей һәм гимназиялар уҡыусылары, колледждар, техникумдар, юғары уҡыу йорттары студенттары, үҫмерҙәр һәм спорт клубтары, ойошмалар һәм предприятиелар хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Һәр ваҡыттағыса иң көтөлгәне “Забег мира” буласаҡ, унда спорт ветерандары, еңел атлеттар, шулай уҡ теләгән һәр кем ҡатнаша.

Эстафетала бер учреждение базаһында ойошторолған командалар ҡатнаша. Команда составында - 8 спортсы, бер вәкил, бер тренер. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр командалары айырым ҡатнаша ала. Эстафета туғыҙ төркөмдә алты йүгереү буйынса үткәрелә:

1-се төркөм – дөйөм белем биреү мәктәптәре, интернаттар, лицей һәм гимназиялар

2-се төркөм - башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары – ҡатнаш команда

3-сө төркөм - башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары (үҫмерҙәр командаһы) һәм ир-ат коллективы

4-се төркөм - башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары (ҡыҙҙар командаһы) һәм ҡатын-ҡыҙҙар коллективы

5-се төркөм - үҫмерҙәр клубы

6-сы төркөм – колледж һәм техникумдар

7-се төркөм – вуздар

8-се төркөм - спорт клубтары, Өфө ойошмалары һәм предприятиелары

9-сы төркөм – донъя йүгереүе (теләгән һәр кем: ир-егет, ҡатын-ҡыҙ, ветерандар).

Эстафета һигеҙ этаптан тора. Маршрут оҙонлоғо – 250-нән 500 метрға тиклем. Старт – Комаров урамынан, финиш -Еңеү паркында.  

1-се этап – 500 метр - ҡатын-ҡыҙ, 2-се этап - 250 м – ир-егет, 3-сө этап – 450 м – ир-егет, 4-се этап – 450 м – ҡатын-ҡыҙ, 5-се этап – 350 м – ҡатын-ҡыҙ, 6-сы этап -350 м – ир-егет, 7-се этап - 450 м – ҡатын-ҡыҙ, 8-се этап - 300 м – ир-егет.

Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы  бүләкләү һәр төркөмдә йүгереү тамамланғас 20 минут эсендә үткәрелә. Йыйылыу - 10.00. Тантаналы асыу – 11.00.

Уҙған йылда еңел атлетика эстафетаһына стартты “Башкир” – Венер Ғәлиев биргәйне. Ул - 24 йыл сығыш яһап, 80 еңеү яулаған спортсы.

Студентар өсөн эстафета - Бөйөк Ватан һуғышы тураһында иҫтәлектән тыш, саф һауала осрашыуға сәбәп тә.

Светлана Андрющенко, Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Физик культура һәм кеше һаулығы институты студенты:    

-Еңел атлетика эстафетаһында мин дүртенсе тапҡыр ҡатнашам. Бында һәр ваҡыт иҫ киткес атмосфера хакимлыҡ итә, ярыш рухы һиҙелә! Шуға күрә рәхәтләнеп яҡшы кәйеф менән йүгерәм! 76 йыл элек был эстафетаның уйлап сығарылыуына бик шатмын. Айырыуса Еңеү көнөнә арналыуы ҡыуаныслы! Шәхсән мин был байрамға бик етди ҡарайым. Был минең өсөн моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла көн. Илебеҙгә еңеү килтергән олатайҙарыбыҙға һәм атайҙарыбыҙҙың  олаталарына рәхмәтлемен һәм һәр ваҡыт шуны хәтерҙән сығармайым. Минеңсә, был датаға ҡарата ошондай саралар, йәштәр акциялары үткәрергә кәрәк, сөнки йәш быуынға ошо һуғыш һәм бөйөк Еңеүебеҙ тураһында һөйләргә кәрәк. Киләһе быуындар был хаҡта оноторға тейеш түгел.

 - Еңеү эстафетаһы - берҙәмлегебеҙ символы, бергәләп тарихты һаҡларға, ветерандарҙың батырлыҡтарын онотмаҫҡа һәм был иҫтәлекте киләсәк быуындарға тапшырырға тейешлегебеҙҙе иҫкәртеү. Беҙҙе еңеп булмай икәнлеген иҫбатлап, ветерандарыбыҙ яулаған еңеү байрағын хөрмәт менән тотоп барасаҡбыҙ, - ти "Молодежная газета" коллективы.

 Махсус хәрби операция шарттарында беҙҙең эстафета бик мөһим. Еңербеҙ тип ышанабыҙ! Бөтә спорт һөйөүселәрҙе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған 76-сы еңел атлетика эстафетаһына көтәбеҙ.

Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/news/pobeda-80/2025-04-17/shkolniki-i-studenty-ufy-primut-uchastie-v-legendarnoy-estafete-pobedy-4202507

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас