Еңеүгә - 80 йыл
24 Апреля 2025, 18:10

"Атайҙар һәм уландар" конкурсы еңеүселәре билдәле!

Гран-при алыусыға ат бүләк ителде 

"Атайҙар һәм уландар" конкурсы еңеүселәре билдәле!"Атайҙар һәм уландар" конкурсы еңеүселәре билдәле!
"Атайҙар һәм уландар" конкурсы еңеүселәре билдәле!

"Атайсал" мәҙәниәт үҙәгендә атайҙар һәм улдарҙың вокаль ансамблдәре араһында "Атайҙар һәм уландар" республика патриотик йыр конкурсының финалы һәм гала-концерты үтте.

Сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына арналған. Шулай уҡ традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында ла ойошторола.

Конкурста олатайҙан, атайҙан һәм биш йәштән өлкән улдарҙан торған ғаилә ансамблдәре сығыш яһай. Улар Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙағы композицияларҙы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлыҡтарына арналған заманса йырҙарҙы, шулай уҡ илһөйәрлек, атайсалыбыҙға һөйөү, Ватан алдындағы бурыс тойғоһо, башҡорт халҡының батырҙары тураһындағы автор йырҙарын башҡара.

Конкурсҡа бөтә республиканан атайҙар һәм улдарҙың вокаль ансамблдәренән йөҙгә яҡын ғариза бирелгән. Компетентлы жюри ентекле һайлап алыу үткәреп, 16 ансамблде финалға сығара, улар юғары башҡарыу кимәлен һәм конкурстың маҡсаттарына тап килеүен күрһәтә.

Шулай итеп "Атайҙар һәм уландар" республика патриотик йыр конкурсында Гран-приҙы Күгәрсен районынан аталлы-уллы Илшат менән Азамат Илмөхәмәтовтар яуланы. Улар “Шайморатов генерал” йырын башҡарҙы. Еңеүселәргә ат бүләк иттеләр.

Беренсе урын Учалы районынан Айҙар менән Илһам Исламовтарға бирелде. Икенсе урынға Баймаҡ районынан Заһит менән Басир Сәфәрғәлиндәр, Стәрлебаш районынан Наил, Рәил һәм Рәмил Зариповтар лайыҡ булды. Өсөнсө урын Мәләүез ҡалаһынан Валерий менән Роман Костиндарға, Салауат ҡалаһынан Рафаэль менән Тимерхан Ғәйнуллиндарға бирелде. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды, шулай уҡ ҡалған ҡатнашыусыларға ла махсус бүләктәр тапшырылды.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Ә кемдәр ҡатнаша алмаған, борсолмаһындар, сөнки был конкурс киләһе йылда да уҙғарыласаҡ, тип белдерҙе ойоштороусылар.

Конкурсты ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Башҡортостан Республикаһының "Ирҙәр ҡоро" төбәк йәмәғәт ойошмаһы.

Рәмилә МУСИНА фотолары.    

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас