

Өфөләр ҡорал менән бындай строй алымдарын әлегә күргәндәре юҡ. Бындай алымдарҙы Мамаев ҡурғанда Волгоград гарнизонының почетлы ҡарауыл ротаһы ғына башҡара.
Баш ҡаланың Совет майҙанында 5, 6 һәм 7 майҙа Өфө кадет корпусы уҡыусыларының күрһәтмә сығыштары үтәсәк. Теләгән һәр кем 16 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем килеп ҡарай ала.
Тантана ваҡытында кадеттар ҡорал менән строй алымдарын - карабин һәм шашка менән оҫталыҡтарын күрһәтәсәк. Шулай уҡ Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле алдында тантаналы марш менән үтәсәктәр.
Әйткәндәй, төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса, һәр шәмбе комдив һәйкәле янында почетлы ҡарауыл хеҙмәт итәсәк. Йәйге ваҡытта 19.00 сәғәттән 21.00-гә тиклем.
Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/articles/pobeda-80/2025-04-24/v-ufe-na-sovetskoy-ploschadi-kadetskiy-korpus-vypolnit-stroevye-priemy-s-oruzhiem-4211725