

Бөгөн Рәсәйҙә “Еңеү диктанты” тарихи акцияһы үткәрелде. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған был сара Башҡортостанда 860 майҙансыҡта барҙы.
“Хәтерләр өсөн белергә кәрәк!” девизы аҫтында барған диктант Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары һәм хәрби етәкселәргә ҡағылышлы ике тиҫтәгә яҡын һорауға дөрөҫ яуап биреүҙән тора ине. Уны яҙыуҙа махсус хәрби операцияла булып ҡайтҡан яугирҙәр, төрлө кимәлдәге депутаттар, танылған йәмәғәт эшмәкәрҙәре, артистар, студенттар ҡатнашты.
“Беҙ барыбыҙ ҙа, шул иҫәптән – әле диктант яҙырға әҙерләнеүселәр, Бөйөк Еңеүҙең бер өлөшө булып торабыҙ. Беҙҙең Бөйөк Еңеү булды, бар һәм һәр ваҡыт буласаҡ!” – тине Рәсәй Федерацияһы Именлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев, сара башланыр алдынан диктант яҙыусыларға видеомөрәжәғәттә. Уның әйтеүенсә, диктант яҙыуҙа 84 ил ҡатнаша.
Ошо тарихи сара менән тәбрикләп, видеомөрәжәғәттә Донецк Халыҡ Республикаһы етәксеһе Денис Пушилин да сығыш яһаны. “Бөйөк Еңеү диктантын яҙыуҙа Донецк төбәге 2020 йылдан алып ҡатнаша”, – тине ул.
“Беҙ ер өҫтөнән 412 километрға күтәрелгәнбеҙ, бынан Ер шары шул тиклем матур күренә, уны күҙ ҡараһындай һаҡлайыҡ!” – тине орбитанан тороп диктант яҙыуҙа ҡатнашҡан космонавтар.
Махсус анкетала ҡуйылған һорауҙарға яуаптар яҙылып бөткәс, ойоштороусылар уны йыйып алды. Һөҙөмтәһе һуңыраҡ иғлан ителәсәк.
Был тарихи сараны ойоштороусылар – “Берҙәм Рәсәй” партияһы, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте, “Тарихи хәтер” йәмғиәте, Рәсәй тарихы йәмғиәте, “Еңеү музейы”, “Беҙҙең Еңеү” йәмғиәте, Рәсәй почтаһы, “Ватан тарихы” фонды, “Ростелеком”, Президент гранттары фонды, Рәсәй Ветерандар союзы, “Еңеү ирекмәндәре” Бөтә Рәсәй хәрәкәте, “Россотрудничество”, “Рособрнадзор”.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.