

Еңеү көнө иң халыҡ байрамы, ата-бабаларҙың батырлығы өсөн ғорурлыҡ һәм баш өҫтөндәге тыныс күк йөҙө өсөн ғүмерен биргәндәр өсөн ҡайғы менән тулған көн булды һәм булып ҡала.
Еңеү көнө алдынан хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы ҡотлау яҡшы йолаға әйләнгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар йылдан-йыл кәмей бара. Дүртөйлө районда ике ветеран иҫән ҡалған. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан хөрмәтле ветерандарҙы Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов ҡотланы.
Уларҙың береһе – Әҙһәм Әхмәҙулла улы Әхмәҙуллин.
Әҙһәм Әхмәҙулла улы 1942 йылда, 18 йәшендә, һуғышҡа китә. Радистар курсын тамамлағас, 1943 йылдың февраленән 1945 йылдың сентябренә тиклем 3-сө Украина фронтында һуғыша, радиотелеграфсы була. Һуғыш юлын үтеп, Венгрияға тиклем барып етә. Тәрән ихтирам билдәһе итеп Әҙеһәм Әхмәҙулла улына “Дүртөйлө районының почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исем бирәләр.
Райондағы икенсе ветеран – Ғәфиәтулла Ғиниәтулла улы Хәбибуллин.
Ғәфиәтулла Ғиниәтулла улы 17 йәштә һуғышҡа китә. Уҡыуҙан һуң 43-сө йылдың июлендә уны Бөтә Союз Киев 6-сы танк полкына ебәрәләр. Бында ул контузия ала, Һуңынан Белоруссия фронтына эләгә, тағы яралана, госпиталгә эләгә. Ғәфиәтулла Ғиниәтулла улы тыуған еренә 1949 йылдың октябрендә – Камчаткала хеҙмәт иткәндән һуң ҡайта. Тыныс ваҡытта ул оҙаҡ йылдар Ленин исемендәге колхозда механизатор булып эшләй. Ғәфиәтулла Ғиниәтулла улына ла тантаналы шарттарҙа “Дүртөйлө районының почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исеме бирелде.
– Еңеүселәр быуынын ихлас ҡотлайым! Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ алдында баш эйәм. Беҙгә Еңеү бүләк иткәнгеҙ өсөн рәхмәт. Яугирҙәребеҙҙең батырлығын мәңге иҫтә тотасаҡбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, яҡындарының мөхәббәте һәм хәстәрлегендә бәхетле ҡартлыҡ кисереүен теләйбеҙ, – тине Дүртөйлө районы хәкимиәте башлығы Риф Йосопов.
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәтенән.
#НашаПобеда80
#ПоколениеГероев
#ПодарокВетерану