Еңеүгә - 80 йыл
9 Май 2025, 05:30

Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге Совет майҙанында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантаналы сарала ҡатнашты.

Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалдыРадий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды
Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды

Республиканың күп милләтле халҡы исеменән Башҡортостан Башлығы Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, скульптура композицияһын Республика көнөндә, 2022 йылдың  11 октябрендә, астылар. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә һәм Тыуған илебеҙ өсөн ғүмерен биргән ватандаштарыбыҙҙың барыһына ла арналған.

Тантанала Рәсәй Геройҙары, махсус хәрби операция, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре ҡатнашты. Тантаналы сарала Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге осоу әҙерлеге Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре лә булды. 

Ватан һаҡсылары тураһындағы иҫтәлекте бер минутҡа тын ҡалып хәтергә алдылар.

Сығанаҡ, фотолар: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты.

#80Победа

Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды
Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды
Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас