Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
9 Май 2025, 13:45

Район башлығы ветеранды ҡотланы

Ветеран 1927 йылдың 20 мартында күп балалы ғаиләлә донъяға килгән. 

Район башлығы ветеранды ҡотланы
Район башлығы ветеранды ҡотланы

Отставкалағы полковник Миңшәйех Булатовты 1945 йылда фронтҡа алалар. Ул унда минометсы булып хеҙмәт итә. Был хаҡта Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр иткән.

Миңшәйех Тимершәйех улы 1927 йылдың 20 мартында күп балалы ғаиләлә донъяға килгән. Бөйөк Еңеүҙән һуң ул 1968 йылдағы Чехословакия ваҡиғаларында ҡатнашҡан, Германияла, Урта Азияла һәм Беларустf хеҙмәт иткән, 6-сы мотоуҡсылар дивизияһының ракета частәренә етәкселек иткән.

“Отставканан һуң 1978 йылда Ташкентта йәшәгән. Үзбәкстанда Нәдирә Әзел ҡыҙы менән танышҡан һәм уның менән 60 йыл бергә ғүмер кисергән. Ҡыҙыл Йондорҙ ордены кавалеры, “Яуҙағы ҡаҙаныштары” миҙалы менән наградланған. Яуҙар һәм юғалтыуҙар аша бурысына һәм Тыуған иленә тоғро ҡалған. Ҡаһарманлығығыҙ, рух көсө һәм йәш быуындар өсөн батырлыҡ дәрестәре өсөн рәхмәт белдерәм!” – тип яҙған Октябрь районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов.

Фото, сығанаҡ:  хаҡта Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Район башлығы ветеранды ҡотланы
Район башлығы ветеранды ҡотланы
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас