9 майҙа Өфөләге Октябрь проспектында Өфө төбәк гарнизоны хәрбиҙәре һәм хәрби техника парады ойошторолдо. Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналды.
Ҡунаҡ трибуналарында Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары, хәрби хеҙмәт һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары булды. Сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне:
- Ҡәҙерле ветерандар, парадта ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар! Махсус хәрби операция яугирҙәре! Хөрмәтле ватандаштар! Иҫтәлекле дата – Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы – менән ҡотлайым. 1945 йылдың 9 майы – халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы, уның берҙәмлеге, батырлығы һәм ныҡлығы билдәһе. Беҙ бөгөн хөрмәтле ветерандар алдында баш эйәбеҙ. Һеҙҙең фронттағы яугирлек, тылдағы фиҙакәр хеҙмәт – беҙҙең һәм киләсәк быуындар өсөн лайыҡлы миҫал. Ватаныбыҙ өсөн ғүмерен аямаған геройҙарҙың барыһын да хәтерләйбеҙ. Уларҙың үлемһеҙ ҡаһарманлығы алдында баш эйәбеҙ. Уларға мәңгелек дан! - тине Радий Фәрит улы. – Бөгөн, 80 йыл элекке кеүек, халҡыбыҙ милләтселеккә ҡаршы көрәш алып бара. Башҡортостан еңеүгә лайыҡлы өлөш индерә. Армиябыҙ, башҡорт хәрби берләшмәләре – Рәсәй ҡалҡаны. Беҙ еңеүселәр быуыны васыят итеп ҡалдырған берҙәмлек менән көслөбөҙ. Һәм ныҡлы инанғанбыҙ – беҙҙең эшебеҙ хаҡлы! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! Ҡәҙерле ветерандарыбыҙға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә дан! Еңеүсе халыҡҡа һәм барлыҡ Ватан һаҡсыларына дан! Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы менән!
Полковник Ринат Латипов етәкләгән парадты Башҡортостандың хәрби комиссары, Өфө төбәк гарнизоны начальнигы, полковник Михаил Блажевич ҡабул итте.
Ленин исемендәге майҙанда 31 парад берәмеге - Өфө гарнизоны хәрбиҙәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар – “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙәре, Өфөләге көс структуралары ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, курсанттар, уҡыу ойошмалары кадеттары сафта үтте. Беренсе тапҡыр тантаналы үтеүҙә полиция хеҙмәткәрҙәре һәм шайморатовсылар, Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары һәм казактар ҡатнашты.
Артабан Октябрь проспекты буйлап Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби техника, Өфө гарнизонының заманса машиналары үтте, Өфө күгендә “Первушин” бәләкәй авиация аэродромлы комплексының демонстрация күрһәтеү төркөмө осто. Сараны ижади коллективтар сығышы тамамланы.
Тантаналы өлөштән һуң республика Башлығы Радий Хәбиров парад берәмектәре командирҙары һәм сараның рочетлы ҡунаҡтары – Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби низағтар ветерандары менән арашаты.
Журналистар менән аралашҡанда Башҡортостан Башлығы республиканың Бөйөк Ватан һуғышына индергән ҙур өлөшө тураһында һөйләне.
***
9 майҙа Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы “Үлемһеҙ полк” ойошторолдо. Проспект буйлап 200 мең кеше үтте. Республикала йәшәүселәр үҙҙәренең туғандарының – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең һәм башҡаларҙың фотоларын тотҡан ине.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров колоннала үҙенең олатаһы – фронтовик Барый Латип улы Хәбировтың портретын тотоп ҡатнашты. Ул һуғышҡа 1941 йылдың авгусында алынған. 206-сы айырым линия бәйләнеш батальонының телефон-строевой ротаһында хеҙмәт иткән, яраланған, миҙалдар, шул иҫәптән “Ленинградты обороналаған өсөн” миҙалы менән наградланған.
Акция Өфөлә 12-се тапҡыр ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар алты километр арауыҡты сафта үтте.