Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
12 Май 2025, 15:48

Конкурста ҡатнашығыҙ!

Быйыл төп номинация Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған.

Конкурста ҡатнашығыҙ!
Конкурста ҡатнашығыҙ!

Федерация Советы Рәсәй киң мәғлүмәт сараларында парламент эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыуға конкурсҡа ярашлы эштәр ҡабул итеүҙе башлай. Быйыл төп номинация Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған.

“Еңеүҙең 80 йыллығы йылында беҙҙең төп бурысыбыҙ – совет халҡының батырлығы тураһында хәтерҙе һаҡлау һәм киләсәк быуындарға дөрөҫлөктө тапшырыуҙы тәьмин итеү. Ошо күсәгилешлек – милли намыҫыбыҙ, дәрәжәбеҙ, берҙәмлегебеҙ, рухи һәм әхлаҡи көсөбөҙҙөң нигеҙе. Минеңсә, тап намыҫлы, яуаплы журналистика дәүләт әһәмиәтендәге был мәсьәләне хәл итергә һәләтле һәм тейеш. “Еңеү“ номинацияһын иғлан итеп, конкурста ҡатнашыусыларҙан тәрән мәғәнәле материалдар көтәбеҙ“, – тип билдәләне Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко.

“Федерация Советы – төбәктәр палатаһы“ конкурсы Рәсәй Журналистар союзы булышлығында уҙғарыла. Унда киң мәғлүмәт саралары редакциялары, профессиональ журналистар, шулай уҡ журналистика мәктәптәре уҡыусылары һәм профилле факультет студенттары ҡатнаша ала.

Эштәр дүрт номинация буйынса ҡабул ителә. Ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы smi-o-sf@yandex.ru электрон почтаһына 2025 йылдың 1 декабренә тиклем ебәрергә мөмкин.

Конкурс еңеүселәре Федерация Советынан ҡиммәтле бүләктәр һәм Рәсәй Журналистар союзынан дипломдар аласаҡ. “Журналистика. Яңы исемдәр” номинацияһында еңеүселәр алдынғы федераль киң мәғлүмәт сараларында стажировка үтер тип көтөлә.

Конкурсҡа йомғаҡ Рәсәй матбуғаты көнө алдынан яһаласаҡ.

Фото: pressarb.bashkortostan.ru

Автор: Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас