Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
13 Май 2025, 18:30

Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Сабир Ваһапов иҫтәлегенә арналған түңәрәк өҫтәл

Сарала Сабир Ваһаповтың улы Урал Ваһапов ҡатнашты, ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дәүләт эшмәкәре һәм остаз булған атаһы тураһында һөйләне.

Еңеүҙең 80 йыллығына һәм  Сабир Ваһапов иҫтәлегенә арналған түңәрәк өҫтәл
Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Сабир Ваһапов иҫтәлегенә арналған түңәрәк өҫтәл

13 майҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм БАССР Халыҡ комиссарҙары советы Рәйесе Сабир Әхмәтйән улы Ваһапов иҫтәлегенә арналған “Бөтәһе лә фронт өсөн! Барыһы ла еңеү өсөн!” тип аталған түңәрәк өҫтәл булды. Унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандың стратегик роле, тыл хеҙмәтсәндәренең, республика йәштәренең дошманды еңеүгә индергән өлөшө тураһында һөйләшелде. Сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Хәйривари улы Сәғитов сығыш яһаны. Сарала Сабир Ваһаповтың улы Урал Ваһапов ҡатнашты, ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дәүләт эшмәкәре һәм остаз булған атаһы тураһында һөйләне.

Сабир Әхмәтйән улы 1904 йылдың 10 майында Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Дыуан-Мәсетле ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы) тыуған. 1940 йылдың февралендә Сабир Ваһапов БАССР Халыҡ комиссарҙары советы Рәйесе итеп тәғәйенләнә. 1946 йылдың 20 апрелендә Сабир Ваһапов ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары итеп һайлана. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан Республикаһында башҡарылған барлыҡ эштәр республика хөкүмәтенең, уның рәйесе Сабир Ваһаповтың ҙур ойоштороу эштәре менән тығыҙ бәйле. Быны уның һуғыш йылдарында алған хөкүмәт наградалары асыҡ күрһәтә. Ул хөкүмәттең махсус заданиеһын үтәгәне өсөн Ленин ордены, республика хужалыҡтарын һәм мәҙәниәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн икенсе Ленин ордены, ил хөкүмәте заданиеһын өлгөлө үтәгәне өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

Тарих фәндәре кандидаты Римма Әхмәт ҡыҙы Федько Башҡортостандың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө тураһында доклад менән сығыш яһаны. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының дәүләт һәм муниципаль идара итеү кафедраһы мөдире Илшат Шәүәли улы Рысаев Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республика етәкселегенең ойоштороу буйынса роле тураһында бәйән итте. Башҡортостандың Мәсетле районы вәкилдәре яҡташтары Сабир Әхмәтйән улы тураһында иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлауҙары тураһында һөйләне.

“Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина “Ватанды һаҡлаусылар” фондының эше тураһында видео тәҡдим итте. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының төп ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Марсиль Нурулла улы Фәрхшатов  совет мосолмандарының һәм уларҙың дини етәкселәренең 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы тураһында һөйләне. Тарих фәндәре докторы Рәфис Миңлеғәле улы Зыязетдинов башҡорт нефтселәренең һуғыш йылдарындағы батырлығы тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты.

Фото: Анна Малинская.

Еңеүҙең 80 йыллығына һәм  Сабир Ваһапов иҫтәлегенә арналған түңәрәк өҫтәл
Еңеүҙең 80 йыллығына һәм  Сабир Ваһапов иҫтәлегенә арналған түңәрәк өҫтәл
Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Сабир Ваһапов иҫтәлегенә арналған түңәрәк өҫтәл
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас