Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
13 Май 2025, 22:10

“Ватанды һаҡлаусылар” фонды ҡарамағындағылар һәм уларҙың кураторҙары әүҙем булды

Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан үткәрелгән тантаналы сараларҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар – “Ватанды һаҡлаусылар” фонды ҡарамағындағылар һәм уларҙың кураторҙары – Башҡортостан буйынса ФЗО филиалының социаль координаторҙары әүҙем ҡатнашты.

Баймаҡ районынан 35 МХО-ла ҡатнашыусы - ҡыҫҡа ваҡытлы отпускка ҡайтҡан, яраланып демобилизацияланған, ауыр яраланған инвалидтар тантаналы маршта, бронялы разведка-дозор машинаһында һәм квадроциклдарҙа парадта үтте. Баймаҡ - Өфө велоуҙышы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеүҙең мөһим бер өлөшө булды. МХО -ла ҡатнашып, хәрби йәрәхәт алған Әмир Әхмәров та  унда ҡатнашты. Велоуҙышта ҡатнашыусылар менән бергә Әмир Темәс ауылынан Өфөгә тиклем 480 километр араны үтте.

Дүртөйлө районында МХО ветерандарының улдары Советтар Союзы Геройы Василий Горшковтың тыуған яғына - “Дүртөйлө – Байгилде” велоуҙышында ҡатнашты. Балалар атайҙары менән ғорурлана һәм патриотик сараларҙа әүҙем ҡатнаша, дуҫтарын да йәлеп итә.

Республиканың Ишембай районындағы “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторҙары ветерандар һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән бергә “Ватан өсөн ғүмерен биреүселәргә” стелаһына сәскәләр һалыуҙа ҡатнашты.

Ауырғазы районында ла Еңеү парадында “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы ҡарамағындағылар ҡатнашты. Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының береһе Еңеү байрағын күтәреп барҙы, ә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары “Үлемһеҙ полк” маршында үтте.

Фонд тәрбиәләнеүселәре менән бергә “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторҙары Әбйәлил районында “Һалдатҡа хат” һәм “Торналар” акцияларында әүҙем ҡатнашты. Социаль кординаторҙар һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаларын исемле ағастар ултыртылған Хәтер Аллеяһына оҙатып барҙы.

 Башҡортостандың Федоровка районынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғүмәр Мусинды “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы тәрбиәләнеүселәре Еңеүҙең 80 йыллығы менән ҡотланы.  Быйыл 102 йәше тулған Бөйөк Ватан һуғышы яугиренә ҡаһарманлығы өсөн рәхмәт әйттеләр.

“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина социаль координаторҙарҙың ҡатнашыуын юғары баһаланы. Уның һүҙҙәренсә, был быуындарҙың күсәгилешлеген һәм үткән менән хәҙерге араһындағы бәйләнеште кәүҙәләндерә.

– Саралар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға рәхмәт белдереү майҙанына әйләнде. Улар халыҡтың берҙәмлеген һәм ил мәнфәғәттәрен яҡларға әҙер булыуын күрһәтте. Социаль координаторҙар ветерандарға һәм уларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк. Был эш өҫтөнлөклө бурыс булып тора һәм даими нигеҙҙә алып барыласаҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Гөлнур Ҡолһарина.
Текст - Галина Морозова, фото – ФЗО

“Ватанды һаҡлаусылар” фонды ҡарамағындағылар һәм уларҙың кураторҙары әүҙем булды
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды ҡарамағындағылар һәм уларҙың кураторҙары әүҙем булды
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас