Дүртөйлө районының Ташйылға ауылы халҡы Бөйөк Еңеү көнөн лайыҡлы ҡаршыланы – ҙур сара үткәрҙе.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, ошо ауылдан сыҡҡандарҙың исемдәрен иҫкә төшөрҙөләр. 2023 йылда ауыл халҡы Ватан өсөн көрәшкән ауылдаштарының исемдәре менән монумент төҙөгән.
Байрам сараһында Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Сергей Мережко, “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы командирының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, подполковник Рөстәм Шаһабетдинов ҡатнашты.
– Ошондай матур май көнөндә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығында һеҙҙең арала булыуыма бик шатмын. Бындай сараларҙы барлыҡ ауылдарҙа үткәрәбеҙ. Беҙҙә 60-тан ашыу ауылда ошондай һәйкәлдәр, обелисктар бар. Беҙҙең бурыс – уларҙы тәрбиәләп, яҡшы хәлдә тоторға тейешбеҙ. Ошондай байрам көндәрендә генә таҙартып торорға тейеш түгелбеҙ, тәрбиәләү эше даими алып барылырға тейеш, сөнки был Тыуған илебеҙҙе һаҡлап һәләк булғандар тураһында хәтер урыны. Районда ике ветераныбыҙ иҫән, тағы ла бер яҡташыбыҙ баш ҡалала йәшәй. Бөйөк Майҙы алып килгән быуын тураһында хәтер мәңге йәшәргә тейеш, – тине Риф Йосопов.
Ауыл халҡы шулай уҡ тылда еңеү яулаған тыл хеҙмәтсәндәрен дә иҫкә төшөрҙө. Әле лә, махсус хәрби операция биләмәһендә, ошо ауылдан сыҡҡан егеттәр дошманға ҡаршы көрәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында һәләк булыусылар ҙа бар. Уларҙың иҫтәлеге беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк.
Дөйөм алғанда, Дүртөйлө районынан 11 меңдән ашыу кеше Бөйөк Ватан һуғышына киткән, уларҙың бары 4470-енә генә тыуған еренә ҡайтырға насип булған. Ә Ташйылға ауылында 38 кеше йәшәһә, уларҙың 17-һе фронтҡа юлланған, бары алты яугир тыуған еренә ҡайта алған.
Мәңгелек дан Ватан һаҡсыларына!
Фотолар сығанағы: Дүртөйлө районы хакимиәтенән.