Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына һәм Тыуған илебеҙ азатлығын яҡлаған һәм донъяны фашизмдан ҡотҡарған тыл хеҙмәтсәндәренә рәхмәт йөҙөнән нәшер ителән “Еңеүсе халыҡтың рух көсө. Киләсәк быуындарға васыят” ("Сила духа народа-победителя. Завещание потомкам") китабының презентацияһы үтте.
Был китап “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – хәҡиҡәт өсөн” партияһының инициативаһы буйынса нәшер ителгән. Партияның төбәк бүлексәһе советы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Владимир Нагорный сарала ҡатнашыусыларға китапты нәшер итеү тарихы тураһында һөйләне.
– Был проектты тормошҡа ашырыу фекере былтыр тыуҙы. “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – хәҡиҡәт өсөн” партияһы етәксеһе Сергей Миронов 80 йыллыҡҡа әҙерләнгән саҡта материалдарҙы, төбәк практикаһын ҡарағанда Удмурт Республикаһының Соловьи ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Шахтариндың тарихы иғтибар итә. Элемтәсе Шахтарин 1945 йылдың ғинуарында Балтика фронты алыштарында ауыр яралана, бәхеткә, иҫән ҡала, әммә тулыһынса һуҡырая. Ул тыныс тормошта юғалып ҡалмай, 25 йыл дауамында хәтер баҡсаһын ултырта һәм төҙөкләндерә. Унда ултыртылған һәр ағасҡа Соловьи ауылынан йәки күрше ауылдарҙан фронтта һәләк булған һалдаттарҙың исеме яҙылған таҡтаташ беркетелгән. Бөтәһе 600-ҙән ашыу ошондай ағастар ултыртыла. Һуҡыр булыуына ҡарамаҫтан, Николай Григорьевич тәүлегенә 12 сәғәт эшләй. Ветеранға диңгеҙҙә хеҙмәт итеүен иҫкә төшөрөп торған быуаны төҙөүгә ете йыл кәрәк була. Баҡса уртаһында тәрән булмаған землянка төҙөтә, уның стеналарында Николай Григорьевичтың үтенесе буйынса уның улы баҡсаның барлыҡҡа килеү тарихын, уны төҙөүсенең биографияһын яҙа һәм: “Катерҙар тыныс Баренц диңгеҙе буйлап йөҙһөн, ул диңгеҙҙә мин инвалид булдым. Был күп ғазаплы һуғыш бер ҡасан да ҡабатланмаһын”, – тип өҫтәй. Йылдар үтә. 1986 йылда үҙенең Хәтер баҡсаһын үҫтергән ветеран вафат була, картанан Соловьи ауылы юҡҡа сыға, ә баҡса ҡала. Бөгөн был баҡса Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды төҙөгән берҙән-бер һәйкәл, унда тирә-яҡ ауылдарҙан туристар һәм уҡыусылар килә. Ирекмәндәр даими рәүештә таҙартып, баҡса биләмәһендә тәртип һаҡларға тырыша. Халыҡ был урынды “Һалдат Шахрин исемендәге парк” тип йөрөтә. Ошо һалдаттың башҡарған эш Сергей Николаевичҡа ныҡ тәьҫир итә. Ул төбәк бүлексәләренә быға тиклем билдәле булмаған һуғыш һәм тыл геройҙарының, Ленинград блокадаһының, һуғыш балаларының батырлыҡтары, тарихтарын йыйыуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Беҙҙең республикала ла Шахтариндың кеүек тарихтар бар, – тип һөйләне Владимир Александрович.
Был баҫма – һуғыш ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәргән быуындың батырлығына һәм сыҙамлығына хөрмәт күрһәтеү. Китапта совет халҡының батырлығы тураһында иҫкә төшөрөүсе ҡабатланмаҫ һәм үҙенсәлекле дәлилдәр, архив материалдары һәм шәхси тарихтар тупланған.
– Бөгөн илһөйәрлектең ни тиклем мөһим булғанын һәр кем аңлай. Махсус хәрби операция барған ваҡытта йәш быуынға ата-бабалаларыбыҙ күрһәткән батырлыҡтар тураһында һөйләү, тапшырыу бик мөһим. Ошо сәбәп китап сығарыуға этәрә лә инде. Йыл дауамында илебеҙҙең төрлө тарафтарынан быға тиклем билдәле булмаған тарихтарҙы йыйҙыҡ. Был хаттар, олатай-өләсәйҙәр һөйләгән тарихтар нигеҙендә бөртөкләп йыйылған ваҡиғаларҙан китап сығарҙыҡ. Төрлө төбәктәрҙән килгән тарихтарҙы бер китапҡа һыйҙырыу мөмкин булмай сыға. Күп өлөшө беҙҙең сайтта өс ай дауамында баҫылып сыҡты, бер өлөшө иһә ошо китапҡа индерелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы ла ҡыҫҡартып бирергә тура килде, сөнки Бөйөк Ватан һуғышын үткән барлыҡ батырлыҡтарҙы, геройҙарҙы бер китапҡа һыйҙырып булмай. Бында һөйләнгән ваҡиғалар тураһында йәш быуын белергә тейеш, шуға ла беҙ уларҙы ҡаланың китапханаларына, музейҙарға тапшырабыҙ, – тип белдерҙе партияның төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Екатерина Самсонова.
Китапта һөйләнгән ҡаһарманлыҡ тарихтары араһында Рейстагка флаг ҡаҙаған яҡташыбыҙ Ғәзи Заһитовтың батырлығы тураһында ла мәҡәлә урын алған.
Китаптың исем туйында музей етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов Бөйөк Еңеүҙе алып килгән быуындың батырлығын мәңгеләштереүҙе дауам итергә кәрәк тип белдерҙе.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышының һуңғы ветерандарын юғалтабыҙ. Республикала ла улар бик әҙ ҡалды. Бер көн килеп улар бөтөнләй ҡалмаясаҡ... Шуға ла әле, улар беҙҙең янда булғанда, быға тиклем яҙылмаған, һорамаған хәтирәләрен һөйләтеп ҡалырға кәрәк. Тағы ла бер быуын бар – һуғыш балалары. Улар – бик сағыу, үҙенсәлекле тарихтарҙы, ул йылдарҙағы ауыр мәлдәрҙе, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн кешеләрҙең ниндәй батырлыҡтарға ынтылғаны хаҡындағы ваҡиғаларҙы белгән шаһиттар. Беҙгә уларҙың хәтирәләрән киләсәк быуынға тапшырырға кәрәк.
Йәштәр хәҙер һанлы мөхиттә ултыра. Һеҙ китапты электрон форматта сығарып бик шәп эш башҡарғанһығыҙ – уны йәштәр ҙә уҡый аласаҡ. Хәҙер был йәһәттән мөмкинлектәр күп, шуға ла китапты еңел табып уҡырҙар, – тине Марат Әсҡәт улы.
Владимир Нагорный, тарихи хәҡиҡәтте һаҡлау һәм уны киләсәк быуындарға тапшырыу – иң мөһим бурыс, тип билдәләне.
– Минең олатайым Сергей Макеевич Нагорный Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ул 1941 йылдың авгусынан 1945 йылдың октябренә тиклем һуғышта булған. Һуғышты гвардияның өлкән сержанты званиеһында тамамлай, “Катюша”ның водителе булған. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
Беҙ Еңеүҙең ниндәй хаҡ менән яуланыуын иҫтә тоторға һәм беҙгә тыныслыҡты һәм берҙәмлекте һаҡларға васыят иткән ата-бабаларыбыҙҙың аманатын хөрмәт итергә бурыслыбыҙ. Ата-бабаларыбыҙ ҡатнашҡан һуғышҡа, шулай уҡ башҡа хәрби ваҡиғаларға һәр саҡ оло яуаплылыҡ менән ҡарарға кәрәк. Илебеҙҙе көслө илһөйәрлек менән һаҡлап ҡаласаҡбыҙ. Бөгөн презентацияла “Ниңә республикала ошондай китап сығармаҫҡа?” тигән тәҡдим яңғыраны. Еңеүсе халыҡтың рух көсө. Киләсәк быуындарға васыят” – халыҡ китабы. Беҙгә әле билдәле булмаған меңәрләгән тарих, тылдағы батырлыҡтар күп һәм беҙҙең киләсәк быуын белһен өсөн улар тураһында һөйләргә, яҙырға кәрәк, - тине Владимир Нагорный.
“Еңеүсе халыҡтың рух көсө. Киләсәк быуындарға васыят” китабы йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙең бер өлөшө һәм тарихты боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы көрәшкә өлөш индерәсәк. Геройҙарҙың хәтерен мәңгеләштереү һәм Рәсәй йәмғиәтенең традицион ҡиммәттәрен нығытыу буйынса эшен дауам итәсәк әле.
Әйткәндәй, “Еңеүсе халыҡтың рух көсө. Киләсәк быуындарға васыят” китабы өс мең дана тираж менән сыҡҡан, бушлай таратыла, һатыу тыйылған.
Рәмилә МУСИНА фотолары.