Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
2 Июнь 2025, 15:45

“Ваҡыт йылғаһы“ мәғариф реконы күп тамашасыны йыйҙы

Сара үткән осорға ҡабат ҡайтарҙы.

“Ваҡыт йылғаһы“ мәғариф реконы күп тамашасыны йыйҙы
“Ваҡыт йылғаһы“ мәғариф реконы күп тамашасыны йыйҙы

Бөрөгә фестивалгә килеүселәр тарихи дәүерҙәр мөхитен тоя алды. Иғтибарҙы бигерәк тә уҡсыларҙың импровизацияланған лагеры йәлеп итте. Унда һәр кем шул ваҡыттағы кейемдәрҙе кейеп һәм ҡоралдарҙы тотоп ҡараны. 

Ҡунаҡтарға Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы факультеттары үҙ йүнәлештәренең үҙенсәлектәрен күрһәткән интерактив майҙансыҡтарҙа ҡатнашырға тәҡдим итте. Мәҫәлән, башҡорт тирмәһен реконструкциялау, халыҡ уйындары, ижади күргәҙмәләр... Тамашасылар тарихи костюмдарҙы кейеп ҡараны, уҡ атты, боронғо һөнәрҙәр менән танышты.

Программаның төп өлөшө булып “Бой местного значения. Где-то под Прагой“ реконструкцияһы торҙо. Ул Еңеүҙең 80       йыллығына арналды. Реконструкцияла Башҡортостан, Силәбе, Свердловск һәм Ырымбур өлкәләренән 60-тан ашыу реконструктор ҡатнашты.

Ойоштороусылар йәштәр араһында тарихи хәтерҙе һаҡлауҙың һәм патриотизм тәрбиәләүҙең мөһимлеген билдәләне. Сөнки тап үткәнебеҙҙе белеү беҙгә лайыҡлы киләсәк төҙөргә ярҙам итә.

Фото: birskpress.ru һәм ВИК "Гранит".

Автор: Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас