Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
20 Июнь 2025, 22:25

Башҡортостан "Бер минут тынлыҡ" акцияһына ҡушыла

Бер минут тынлыҡ 22 июндә бөтә ил буйынса бер үк ваҡытта үтәсәк. Ул Мәскәү ваҡыты буйынса 12.15 сәғәттә иғлан ителәсәк.

Башҡортостан "Бер минут тынлыҡ" акцияһына ҡушыла
Башҡортостан "Бер минут тынлыҡ" акцияһына ҡушыла

Акция, 27 миллион кешенең ғүмерен өҙгән, Бөйөк Ватан һуғышы хаҡындағы тарихи хәтерҙе һаҡлау маҡсатында үткәрелә, тип хәбәр иттеләр ойоштороу комитетынан.
Бер минут тынлыҡ 22 июндә бөтә ил буйынса бер үк ваҡытта үтәсәк. Ул Мәскәү ваҡыты буйынса 12.15 сәғәттә иғлан ителәсәк. Унда халыҡтың 80 проценты ҡатнашыуы көтөлә. Тормош бер минутҡа туҡталасаҡ – ә кешеләр иһә, башын эйеп, егерменсе быуаттың иң ҡан ҡойошло фажиғәһен кисергән туғандарын һәм яҡындарын иҫкә аласаҡ.
Был ваҡытҡа телевидение һәм радио, кабель каналдары тапшырыуҙары, сауҙа үҙәктәрендә кассалар эше лә, йәмәғәт транспорты һәм шәхси автомобилдәр, предприятиеларҙа ла эш туҡтатыласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика ҡалаларында һәм райондарында 22 июндә, шулай уҡ, "Хәтер шәме" акцияһы үтәсәк.
Фото: "Республика Башкортостан".

Автор: Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас