Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
20 Июнь 2025, 10:48

“Онотолоуға хоҡуғы юҡ”

 24 июндә “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған “Онотолоуға хоҡуғы юҡ” мультимедиа күргәҙмәһен аса.

“Онотолоуға хоҡуғы юҡ”
“Онотолоуға хоҡуғы юҡ”

 24 июндә “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған “Онотолоуға хоҡуғы юҡ” мультимедиа күргәҙмәһен аса. Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында 40 000-дән ашыу кеше йыйылған был күләмле экспозиция йәй аҙағына Санкт-Петербургтан алып Көньяҡ Сахалинға тиклем “Рәсәй – минең тарихым” селтәренең бөтә парктарында күрһәтеләсәк.

Күргәҙмә цифрлаштырылған артефакттарҙың уникаль йыйылмаһынан ғибарәт: 400-ҙән ашыу ысын документ, тиҫтәләгән әйберҙәрҙең цифрлы күсермәләре һәм 22 Рәсәй архивынан һәм 17 музейынан 40-ҡа яҡын өс үлсәмле модель. Ул бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары тураһында һөйләй – немец баҫып инеүенән алып Еңеү парадына, шул иҫәптән, Германияның капитуляцияһы тураһындағы акт һәм Еңеү парадында Жуковтың телмәр тексы кеүек уникаль документтарға тиклем.

Өфө паркы директоры Александр Гусев тәҡдим ителгән материалдарҙың эмоциональ көсөн һәм тарихи дөрөҫлөгөн һыҙыҡ өҫтөнә алды. Күргәҙмә Башҡортостан халҡының фашизмды еңеүгә индергән өлөшө хаҡында һөйләгән “Көт мине, Ағиҙел” экспозицияһы менән тулыландырыласаҡ.

Күргәҙмә 24 июндә Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 158 адресы буйынса асыла. Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 286-60-66.

Фотолар: Өфө тарихи паркының матбуғат хеҙмәте.

“Онотолоуға хоҡуғы юҡ”
“Онотолоуға хоҡуғы юҡ”
Автор: Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас