Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
23 Июнь 2025, 11:30

Арыҫлан йөрәкле ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алдылар

Илебеҙҙе һаҡлағандарға һәм әле һаҡлаусыларға ла ҙур хөрмәт менән ҡарайбыҙ. Бөгөн Өфөлә ошоға арналған ҙур сара үтте.

Арыҫлан йөрәкле ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алдылар
Арыҫлан йөрәкле ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алдылар

Өфө ҡалаһының тимер юл вокзалындағы "Фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙға арнала" тигән һәйкәлгә сәскә һалыу ойошторолдо.

Сара Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға (1941–1945 йй.) 84 йыл тулыуға арналды. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, тыл хеҙмәткәрҙәре, рәсми кешеләр, министрҙар һәм бүтән саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Башта Рәсәй, Башҡортостан һәм "Ватанды һаҡлаусылар" гимндары яңғыраны, флагтар сығарылды.

Быйыл совет халҡының фашистик Германияны Еңеүенең 80 йыллығын билдәләнек. Ватанды һаҡлаусылар йылында илебеҙҙе һаҡлағандарға һәм әле һаҡлаусыларға ла ҙур хөрмәт менән ҡарайбыҙ.

– Башҡортостан Тыуған илебеҙҙе дошмандан һаҡлауға тос өлөш индерҙе, 800 меңгә яҡын яҡташыбыҙ фронтҡа китте, шуның яртыһы тиерлек яу яландарында башын һалды, – тине Андрей Геннадьевич. – Республика кешеләре һәр ваҡыт батыр һәм ҡурҡыу белмәҫ булып танылды, күптәргә хәрби наградалар тапшырылды. 278 яугир Советтар Союзы Геройы исемен алды, ә Муса Гәрәев ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы булды. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индереүселәр алдында баш эйәбеҙ. Хәҙер иһә махсус хәрби операция ваҡытында, арыҫлан йөрәкле атай-олатайҙарыбыҙ шикелле, әлеге быуын да Тыуған илде һаҡлау тигән үҙҙәренең бурысына тоғро.

Башҡортостан етәкселеге бынан ары ла Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына булышлыҡ итәсәк, махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә даими ярҙам итеп торасаҡ. Ысынында Ватанды һаҡлау – оло ғорурлыҡ. Илебеҙ һәр саҡ ҡурсаулы булһын һәм таңдарыбыҙ аяҙ атһын өсөн Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тылдағылар фронт өсөн фиҙакәрлек күрһәткән, бөгөн махсус хәрби операция барғанда ла барыһы ла тырыша. Андрей Назаров ошолар тураһында ла һөйләне.

Хеҙмәт ветераны һәм Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы тыл хеҙмәткәре Нурислам Вәлиевтең һүҙҙәренә ҡарағанда, һуғыш барған йылдарҙа тылдағыларҙың һәммәһе лә "Бөтәһе лә фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн!" тигәнде эш девизы итеп алған, яҡташтарыбыҙ гел дошман менән ҡыйыу көрәшкән, батырлыҡтар күрһәткән, был әле лә ошо рәүешле дауам итә.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Арыҫлан йөрәкле ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алдылар
Арыҫлан йөрәкле ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алдылар
Арыҫлан йөрәкле ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алдылар
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас