Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
15 Июль 2025, 20:00

Ветеранды 102 йәше менән!

Рөстәм Шәриповтың ҡотлауына беҙ ҙә ҡушылабыҙ!

Ветеранды 102 йәше менән!
Ветеранды 102 йәше менән!

Был хаҡта Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә хәбәр итә.

"Бөгөн хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Хәйбулла районының почётлы гражданы, райондың иң оло йәштәге кешеһе Фәтхулла Әһлиулла улы Юламановтың тыуған көнө - уға 102 йәш!
Ветеран ғәжәйеп кеше — ныҡлыҡ, батырлыҡ һәм һынмаҫ рух өлгөһө. Уның тормош юлы — бер дәүер тарихы, батырлыҡ һәм ҡаҙаныш менән тулған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул беҙҙең Тыуған илебеҙҙе немец илбаҫарҙарынан һаҡлап алыуға тос өлөш индергән. Ә Еңеүҙән һуң ул үҙенең тыуған яғының үҫешенә бар көсөн һалып эшләгән.
Фәтхулла Юламановты тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге һәм күңел йылыһы теләйбеҙ!" - тип яҙған Рөстәм Динислам улы.

Беҙ ҙә хөрмәтле ветеранды оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ!

Сығанаҡ: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор: Карима Усманова
Читайте нас