“Башҡортостан” ДТРК-һы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған халыҡ телемарафоны ойошторғайны. Ошо арала конкурстың финалын төшөрҙөләр. Был уникаль марафон һуғыш йылдарындағы йырҙар аша тотош республиканы тоташтырҙы. Финал тапшырыуын 28 августа “Башҡортостан 24” телеканалында ҡарарға мөмкин.
Марттан июнгә ҡәҙәр Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән телевизор ҡараусылар хәрби темаға яҙҙыртылған видеояҙмаларын ебәрҙе. Телеканал 200-ләгән ролик ҡабул итеп, уларҙың 189-ы модерация үтеп, проектта ҡатнашыу хоҡуғын алды. 1 - 22 июндә «Башҡортостан» ДТРК-һының рәсми сайтында – gtrkrb.ru – асыҡ тауыш биреү барҙы. Ул республика халҡының илһөйәрлек тойғоһон, проект менән ни хәтлем ҡыҙыҡһынғанын күрһәтте. Телемарафондың сәхифәһен 840 221 тапҡыр инеп ҡарағандар, уникаль тамашасылар һаны – 183 067, бөтәһе 193 880 кеше тауыш биргән.
Телемарафон төрлө быуынды тоташтырған. Иң йәш ҡатнашыусыға 5 йәш тә юҡ, ә иң өлкәненә – 87 йәш! Йырҙар башҡортса ла, русса ла яҙҙырылған. Легендар “Катюша” менән “Шайморатов генерал”, әлбиттә, иң популярҙары булған.
27 июлдә «Башкортостан 24» телеканалы студияһында финал тапшырыуы төшөрөлдө. Унда тауыш биреүҙә еңгән ҡатнашыусылар саҡырылды. Еңеүселәрҙе ҡотларға билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, спортсылар, власть әһелдәре килде.
Бына ул Бөйөк Еңеү йырҙарына арналған телемарафондың һөҙөмтәләре:
Өфөнән “Сударушки” ансамбле – 251-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре – тамашасылар һөйөүен яуланы;
5-се урын – Өфөнән 11 йәшлек Роман Варламов;
4-селә – Саҡмағош районы Үрнәк ауылынан балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Әлиә Хасбулатова;
3-сө урында – Октябрьский ҡалаһынан МХО яугирҙәренең ҡатындарынан торған коллектив;
2-се урынды Күгәрсен районының йәш артистары – 4-6 йәшлек йырсылар – яуланы;
төп еңеүгә, йәғни 1-се урынға, Өфө районы Дмитриевка ауылы педагогтары коллективы лайыҡ булды.
Иң яҡшы сығыштар эфирҙа күрһәтелеүен дауам итә. Уларҙы шулай уҡ gtrkrb.ru сайтында ла ҡарарға була.
Хәниф Сөнәғәтуллин фотолары.