Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
18 Август 2025, 23:15

Ҙур патриотик концерт була

Сара “Армия мәҙәниәте көндәре”нә ярашлы ойошторола һәм Рәсәй Геройҙарына, МХО яугирҙәренә һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арнала.

Ҙур патриотик концерт була
Ҙур патриотик концерт була

Ҙур патриотик концерт була

25 августа Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Оборона министрлығының ижади коллективтары ҡатнашлығында “Беҙҙең маяҡтар” исемле патриотик концерт үтә. Сара “Армия мәҙәниәте көндәре”нә ярашлы ойошторола һәм Рәсәй Геройҙарына, МХО яугирҙәренә һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арнала.

Программала Рәсәй Армияһы театры, Александров исемендәге ансамбль, фронт бригадалары һәм “Ҡыҙыл йондоҙ”ансамбле артистарының сығыштары көтөлә. Рождественскийҙың шиғырҙары, Донбасстың фронт һәм хәҙерге заман шағирҙарының әҫәрҙәре, шулай уҡ билдәле йырҙар, шул иҫәптән Булат Окуджаваның “Беҙгә бер Еңеү кәрәк” йыры яңғыраясаҡ.

Алып барыусылар - Рәсәйҙең халыҡ артисы Ольга Богданова һәм актер Тимур Еремеев. Концерт элекке һәм хәҙерге геройҙарҙы иҫкә алыу, шулай уҡ хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн ойошторола.  МХО-ла ҡатнашыусылар сараның почетлы ҡунаҡтары итеп саҡырыла.

Башлана 18: 00 сәғәттә. Инеү ирекле.

https://mgazeta.com/news/novosti/2025-08-18/geroyam-proshlogo-i-nastoyaschego-v-ufe-proydyot-masshtabnyy-patrioticheskiy-kontsert-4352522

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас