-19 °С
Болотло
26 августа Бөрөгә эш сәфәре мәлендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Еңеү паркында урынлашҡан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәргә ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалды. Төбәк етәксеһе һәм почетлы ҡунаҡтар геройҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән хәтергә алды.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәргә мемориал 1968 йылдың 25 октябрендә ҡуйылған. Ул район һәм ҡаланан фронтҡа китеп, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмаған яҡташтарға арналған.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.