ХХ 20 быуат тарихында ил дәһшәтле ғәҙел булмаған һуғыштың Еңеү менән тамамланыуына 80 йыл тулыу айҡанлы беҙҙең ил генә түгел, күп илдәр өсөн иҫ киткес көсөргәнешле һәм миллионлаған ҡорбан килтергән илдәр Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙандан үтте, сөнки был һуғышта Еңеү яулау бер кемгә лә еңел бирелмәне. Дүрт йылдан ашыу йән аямай һуғышып, Гитлер фашистарын үҙ өңөндә дөмөктөрөп, бөтә йыһанға дөрөҫлөктөң һәр саҡ еңеү менән тамамланыуына кешелек донъяһын инандырыуы булды. Совет армияһының был һуғышта төп маҡсаты ошо ине. Шулай булды ла.
Борондан Рәсәйгә тоғро хеҙмәт иттек
Беҙҙең республиканан ғына 700 меңдән ашыу кеше донъя тарихында тиңдәше булмаған ҡанлы яуҙа ҡатнашты, уларҙың һәр өсөнсөһө һуғыш яланында ятып ҡалды. Башҡортостандың 200 мең һалдаты батырлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнде, 300 йөҙҙән ашыу һалдат һәм офицер Советтар Союзы Геройы һәм Дан орденының тулы кавалеры булды. Совет армияһында берҙән-бер милли 112-се Башҡорт атлы дивизияһы булдырылды. Был юҡҡа түгел, башҡорт халҡының борон-борондан Рәсәйгә тоғро хеҙмәт итеүенең оло билдәһе һәм ышанысы ине ул. Беҙҙең Туйөмбәт ауылы ирҙәре бөтәһе лә ошо дивизияға эләкте.
Ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрен оҙатты
112-се башҡорт атлы дивизияһы Алкин станцияһында тупланып, 1942 йылдың ноябренә тиклем һуғышҡа әҙерлек үтеп, фронтҡа оҙатыла. Был шомло хәбәр ишетеү менән беҙҙең ауыл ҡорға йыйыла. Ирҙәрен һуғышҡа оҙатырға барабыҙ тип, ҡатын-ҡыҙ оҙон юлға сығырға йөрьәт итә, бөтә ауыл уларҙы юлға әҙерләү менән мәшғүл. Хафиз олатай алып бараһы йөк өсөн нәжәнкәле саналар йүнәтә. Кинйәғол олатай арҡан ишә, Вәсниямал инәй бараһы ҡатындарҙың быймаларын ҡалын итеп төпләй. Ҡыҫҡаһы, кем булһа ла сәфәр сығыусыларҙы оҙатыу хәсрәте менән яна.
Бына ул көн килеп тә етте. Бөтә ауыл урамда. Иң алғы санаға Зөлхизә еңгә “егелгән”, уның артынан Камила апай таяҡ менән сананы этәрә. Тағы кемдәр булғаны иҫтән сыҡҡан. Таң менән дүрт йәйәүле ылау Алкин станцияһына ҡуҙғалды. Бөтә кеше илашып, сәләмдәрен әйтеп, иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләп оҙатып тороп ҡалды. Бер ауыҙ ҙа русса һүҙ белмәгән ҡатындарҙың 400 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан станцияға ирҙәрен һуғышҡа оҙатырға тип йәйәүләп сығып китеүҙәрен бөгөн уйлап иҫ китә. Бына ҡайҙа ул бер-береһенә тоғролоҡ!
Ирҙәрен һәм бөтә ауылдаштарын һуғышҡа оҙатып, бер ай тигәндә өйгә ҡайтып инделәр. Күптәренең был осрашыуы һуңғы осрашыу, серләшеү һәм хушлашыу булып мәңгелеккә йөрәк түрендә һаҡланып ҡалды.
Вәсниямал инәй ике улын юғалтты
1941 йылдың 22 июнендә таң менән бөтә Ер шарына Германияның Советтар Союзына ҡаршы һуғыш башлауы тураһындағы хәбәр йәшен тиҙлеге менән таралды. Бындай шомло хәбәр алыҫта ятҡан беҙҙең Туйөмбәт ауылына ла килеп етте. Ауыл ҡапыл тынып ҡалды, уйға батты. Тиҙ арала ололар ҡорға йыйылды. Йыйылышты ул ваҡыттағы колхоз рәйесе Ғәлләм ағай Бикҡолов уҙғара. Унда халыҡҡа колхоз эшен нисек артабан алып барыу, был осорҙа бирешмәҫкә һәм берҙәмлектең ныҡ булыуы тураһында кәңәшләшеү булғандыр.
Икенсе көнгә үк район хәрби комиссариатынан саҡырыу ҡағыҙҙары килеп, ауылдың ир-егеттәре һуғышҡа оҙатылды, улар бөтәһе лә 112-се Башҡорт атлы дивизияһына эләкте. Ауыл бушап ҡалды. Беҙ, балалар ҙа, ҡапыл ололар сүрәтенә инеп эшкә егелдек. Һәр кем һуғыш тураһында һөйләй, уның тиҙерәк тамамланыуын теләй, илай. Был көн иң шомло көн булып иҫтә ҡалды. Улдарын һуғышҡа оҙатҡан оло йәштәге инәйҙәрҙең, итәк тулы бала менән ҡалған ҡатындарҙың әрнеп илауы һаман ҡолаҡ төбөндә яңғырай кеүек.
Ике улын яңғыҙ ғына үҫтереп, аяҡҡа баҫтырып, икеһен бер юлы 1939 йылда Фин һуғышына оҙатып, уларҙың ҡайтҡанын көтөп алды Вәсниямал инәй. Оло улы Ибраһим ағай уға тиклем өйләнеп, Рәхимә еңгә менән Зәкиә исемле ҡыҙ үҫтерәләр ине. Ике улы ла – Ибраһим ағай ҙа, Ҡорбанғәле ағай ҙа Фин һуғышынан командир булып ҡайтҡан. Инде бәхетле ғаилә ҡороп тыныс ҡына йәшәүгә өмөтләнгән Ҡорбанғәле ағай ҙа өйләнә, донъя көтөргә әҙерләнә. Әсәһен ҡыуандырып, Кәкүк ауылынан бик сибәр, ике толом сәсе бөгәренә төшөп торған Суфия исемле еңгәйҙе алып ҡайтты. Беҙ, бәләкәй ҡыҙҙар, еңгәйҙе ҡаршылап бүләккә кершән алып ҡыуандыҡ.
Вәсниямал инәй ҡәнәғәт. Хәҙер өйҙә ике килен. Ошоға тиклем донъя мәшәҡәттәренән бушап, күрше ауылда ғына йәшәгән туғандарын да күптән күрмәгән инәй, шунда китә. Көтмәгәндә өйҙәге ике командирҙы 1941 йылдың май аҙағында “хәрби йыйынға” тип саҡыралар. Аҙаҡ уларҙы өйгә лә ҡайтармайса һуғышҡа оҙаталар. Әсәләре ҡайта алмай ҡала.
Ибраһим ағай менән Ҡорбанғәле ағай бер урынға – 70-се полкҡа тәғәйенләнәләр. Һуғыштың тәүге көндәрендә үк тип әйтерлек Днепр йылғаһын аша сыҡҡанда көслө бомба яуына эләгеп, Ҡорбанғәле ағай һәләк була. Ибраһим ағай яраланып госпиталгә эләгә һәм дауаланып, тағы ла һуғышҡа китеп ҡаты яралана һәм шунан вафат була. Әсәләренең, ике улының да һәләк булыуын ишеткәс, иҫһеҙ булып ауыл осонда: “Ибраһим, Ҡорбанғәле”, – тип ҡысҡырып илап ултырғаны һаман күҙ алдымда. Ул йылдарҙағы миллионлаған әсәләрҙең илауынан аҡҡан күҙ йәштәрен оноторлоҡмо ни?
Суфия еңгә ирен бер йыл көтә. Бер йылдан: “Бейем, мин Ҡорбанғәлене бер йыл көттөм. Ул ҡайта алманы, мин инде үҙ ауылыма – Кәкүккә ҡайтайым”, – тип ҡайтып китә. Ул ғүмер буйы Ҡорбанғәлеһен көтөп, тормошҡа ла сыҡмай үҙ ауылында яңғыҙ йәшәп, оло йәшкә етеп донъя ҡуя.
Вәсниямал инәй оло килене Рәхимә менән ғүмер итте. Уға Ибраһим ағайҙан ҡалған Зәкиәне үҫтерергә ярҙам итте, колхозда эшләүҙән дә туҡтаманы. Улынан ҡомартҡы булып ҡалған Зәкиә лә йәшләй генә вафат булды. Олоғайған ҡәртәсәһе менән инде байтаҡ йәштәге әсәһенә ике бәләкәй балаһын ҡалдырып китте. Инде оло йәштәге Вәсниямал инәй менән Рәхилә еңгәйгә етем балалар үҫтереү ҡалды. Бына ул һуғыштың кеше яҙмыштары менән шаярыуы, киләсәк быуынға килтергән башҡа һыймаҫлыҡ афәте. Ә ундай һуғыштың әленән-әле сығып тороуы бер кемгә лә тынғы бирмәй. Дошман үҙе лә кеше рәүешле йәшәй алмай, тыныслыҡ һөйгән кешеләргә лә йәшәргә бирмәй.
Был бер бәләкәй генә ауылда булған фажиғәле ваҡиға. Икенсе бөтә донъя һуғышының миллионлаған совет кешеләренә килтергән аяуһыҙлығының бер генә сағылышы. Ә ил буйынса булғандарының иҫәбенә сығырлыҡ түгел…
Ленинград блокадаһы
СССР илен баҫып алам, тип ниәтләнгән ҡомһоҙ Гитлер 1941 йылдың сентябрь айында Ленинградҡа ла ҡулын һуҙҙы. Әммә 900 көн һәм төн дауам иткән блокада ҡала халҡын теҙләндерә алманы. Халыҡ аслыҡҡа, һыуыҡҡа ла, һыуһыҙлыҡҡа, аҫыу-киҫеү, яндырыуҙарға ла түҙҙе. Халыҡ берҙәмлеге еңде.
Тиҙ арала завод-фабрикалар һәм бөтә хөкүмәт кимәлендәге ойошмалар Уралға күсерелде. Хатта тотош ғаиләләр, балалар йорттары тылға һыйынды. Бындай саранан беҙҙең Туйөмбәт ауылы ла ситтә ҡалманы.
1941 йылдың йәйе. Ауылға Ленинградтан балалары менән биш ғаилә килеүе тураһында хәбәр килде. Бөтә ауыл уларҙы ҡаршы алырға әҙерләнде. Һәр саҡтағыса Хафиз олатай арбаларҙы йүнәтә, Кинйәғол олатай ат егеү ҡорамалдарын ҡарай… Ә беҙгә, апайҙар менән бергә, мәсет бинаһында урынлашҡан уҡыу бүлмәһен әҙерләү эше ҡушылды. Малайҙар урам һеперә, һыу ташый… Өй беренсә йөрөп һауыт-һаба йыйыу бурысы ла беҙгә – балаларға төштө.
Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ станцияһына барып ҡаршы алыр кәрәк икән. Бөтә ауыл әҙерләнде.
Ул көндө иртүк аттар егелеп ҡуйылған. Хафиз олатай, 14 – 15 йәшлек Нисфай, Фуат ағайҙар, сая ғына булған Бүләк апай биш арба менән юлға сыҡты. Алыҫ юлда нисә көн йөрөп ҡайтҡандары иҫтә ҡалмаған. Ул көндәрҙә бөтә ауыл халҡы уларҙы ҡаршы алыу мәшәҡәте менән булды. Әсҡәп инәй, Орҡоя апай килгәндәргә аш-һыу әҙерләй…
Кемдәрҙең өйөнә урынлаштырыу билдәле ине. Улар килгәндәргә күмәк көс менән йәшәү шарттарын хәстәрләй. Бәләкәй балаларына, әсәләре эштә саҡта, беҙгә күҙ-ҡолаҡ булып тороу бурысы йөкмәтелде. Улар башҡортса белмәй, ә беҙ русса белмәйбеҙ. Шулай ҙа беҙ, балалар, үҙебеҙгә ҡушылған эште намыҫ менән башҡара инек: йылғаға алып барып йөҙөргә өйрәтәбеҙ, ул ваҡыттағы төрлө уйындарҙы уйнатырға тырышабыҙ.
Улар беҙҙең ауылда бер йылдан артыҡ тороп, Ленинградта блокада өҙөлгәс, ҡайтып китте. Оҙаҡ йылдар ауыл халҡына хат яҙып торҙолар. Рәхмәт һүҙҙәрен ишеттерергә лә онотманылар. Был һуғыш осорондағы халыҡтар дуҫлығы, берҙәмлеге, был ҡот осҡос афәттән арынырға, киләсәккә ышаныс, өмөт уятты.
Ысын ауырлыҡ – аслыҡ башланды
1943 йыл. Һуғыш инде икенсе йыл дауам итә. Көтөлмәгән афәттең ауырлығы Совет хөкүмәте, халҡы өсөн еңел бирелмәне, сөнки яңы ғына тип әйтерлек граждандар һуғышынан, Фин һуғышынан арынып, колхоз ойоштороп, илдең саҡ аяҡҡа баҫа башлаған осоро ине. Халыҡ әҙерәк күҙ асып, тамағы икмәккә туя башлаған ваҡыт. Совет армияһы ла һуғыш өсөн әҙер түгел. Шулай ҙа ил ҡомһоҙ немец фашистарына ҡаршы торорға күп көс түкте, халыҡ ғәзиз еребеҙҙе һаҡларға көс тапты. Беренсе йылдарҙа ҡорал менән ауырлыҡтар булһа, ике йылдан Совет армияһы яңы ҡорал менән тәьмин ителде.
1943 йыл Совет армияһы Германияға ҡаршы бөтә көстө туплап, еңеүгә ышаныслы юл алды, фашистарҙы тар-мар итеүгә өмөт уянды, сөнки халыҡ ябай кешеләр өсөн иң ышаныслы, халыҡ мәнфәғәтен төрлө яҡтан яҡлаусы һәм һаҡлаусы Совет иленең сәйәсәтен үҙ итеп бер төйөнгә тупланып, ил һаҡларға ташланды. Халыҡ яңылышманы, еңеүгә өлгәште, ләкин 1943 йыл колхоздың быға тиклем булған һаҡламы бөтөп, ысын ауырлыҡ – аслыҡ башланды. Етмәһә быға тиклем күҙ терәп торған 18 – 19 йәшлек ете егет һуғышҡа оҙатылды. (фото). Тағы бөтә эш ололарға, ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балаларға тороп ҡалды, әммә халыҡ бирешмәне – тыл менән фронт бәйләнеше ныҡ ине.
Хөкүмәт тә киләсәк тормошто хәстәрләп фронтта йөрөгән апайҙарҙың балаларын ас үлемдән һаҡлап алып ҡалыуға бөтә көсөн һалды. Күп район-ҡалаларҙа балалар йорттары асылды. Бындай аҙым, ысынлап та, йөҙәрләгән үҫмер балаларҙы үлемдән һаҡлап ҡотҡарып ҡалды. Балалар йортонда тәрбиәләнгәндәрҙең күбеһе һуғыштан һуң инде аяҡҡа баҫтырыуҙа кәрәкле ысын эшсе ҡулдар, төрлө өлкәлә йәш белгестәр булып үҫеп сыҡты, илгә төп терәк булды. Бөгөн уларҙың күбеһе юҡ инде, йә хаҡлы ялда. Әммә киләсәк быуынға – бөгөнгөгә ҡалдырған эскерһеҙ хеҙмәттәре менән нигеҙ һалған тормош дауам итә. Бөгөн барған аяуһыҙ һуғыш ҡына туҡтаһын. Әҙәм балаһы һуғыш өсөн түгел, ә был тормоштоң йәмен, йәшәйештең тәмен белеп, үҙ хеҙмәте менән булдырған татлы емешенең файҙаһын күреп йәшәргә теләй һәм уға тулыһынса лайыҡлы. Был – тәбиғәт тарафынан бирелгән бәхәсһеҙ ҡанун.
Өс мөйөшлө хаттар
1941 йыл июнь айында Гитлер фашистары тыныс ятҡан илебеҙгә ябырылғас, һөрөр ерен һөрөп бөтмәҫтән, сәскән игенен игергә өлгөрмәҫтән, бала-сағаһын, ата-әсәһен ыҙғытып, йән һөйгәндәрен илатып, ил саҡырғас яу ҡырына китә ир-уҙамандар. Әле тормоштоң ни икәнен дә аңламаған йәштәрҙең генә түгел, хатта сабыйҙарҙың да йөрәге аша үтә был һуғыш ғазаптары. Шулай ҙа бала ғына саҡтан тормош ауырлыҡтарын татырға мәжбүр ителгән, ололарға һәр эштә ярҙам итергә тырышыуҙарға фронттан килгән хаттар ҙа ярҙам итте. Уларҙың ҡайһылары үҙәк өҙгөс хәбәр килтерһә, икенселәре өмөт уятты. Хатта “ҡара ҡағыҙ” тигән яманаты сыҡҡан хат алғас та өсмөйөшлө хаттар тыуҙырған өмөт һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә. Ә инде йәш йөрәктәр араһындағы хат аша бәйләнеш фронттағы егеттәргә көс-ғәйрәт биреп тороуы еңеүҙе яынайтыуға сәбәп булды. Ундай хаттарҙың фронт йылдарының оло мираҫы итеп һандыҡ төбөнә һалып ҡалдырылғанын балалары һаман һаҡлай. Бына ошондай өсмөйөшлө хаттың береһе – бөгөн Әбйәлил районының Таштимер ауылында йәшәүсе Илүзә Ишмөхәмәт ҡыҙының атаһы Ишмөхәмәт Әхсән улының һуғыштан һөйгәне Дилараға яҙған хатынан бер өҙөк:
“Һаумы һөйөклөм, бәғрем, Дилара! Һиңә яҙғы иҫкән елдәр аша һағынышлы, һарғайышлы, ҡайнар гүзәл сәскәләрҙән дә матурыраҡ булған сәләмдәремде бүләк итәм. Һөйөклөм, һинең көндәлек эшеңдә ҙур уңыштарға ирешеүеңде, иҫәнлек-һаулыҡта, шатлыҡлы йәшәүеңде теләйем. Минең хәлдәргә килгәндә, бер ҡыйынлыҡ юҡ. Юлдар араһында ғына радио тыңлағыҙ, гәзит уҡығыҙ”, – тип кенә ҡуя Ишмөхәмәт Әхсән улы.
Тормоштоң тәмен дә тойоп өлгөрмәгән меңәрләгән йәш егеттәр атака араһында әҙ генә бирелгән ял сәғәттәрендә үҙҙәрен оҙатып ҡалған һөйгәненә, ата-әсәһенә һуғыштың аһ-зарын түгел, уларҙы тынысландырырлыҡ итеп һағыныу тойғоларын, наҙлы һүҙҙәрен, уй-хистәрен яҙыр булған.
Ә бына Ишмөхәмәт Әхсән улына һөйгәне, 16 йәшлек кенә Дилараның шиғыр юлдары менән яҙған хатынан бер өҙөк. Бәләкәйҙән шиғыр яҙырға әүәҫ булған ҡыҙ һәр саҡ шиғыр юлдары менән егетенә үҙенең мөхәббәт тойғоларын белдерер булған.
…Таң елдәре алып китһен ине
Минең яҙған сәләмдәремде,
Бәғрем, һиңә төшөндөрөп,
Ошо хатҡа яҙам һүҙемде.
Минең һөйгәнем дә фашистарҙы
Тырым-тыран туҙҙырып аталыр.
Башҡортостан батырынан ҡурҡып,
Немец окобында яталыр.
Сигенмәгеҙ, Совет геройҙары!
Немец пулялары осҡанда,
Дошмандарҙы еңеп, йырҙар йырлап,
Ҡайтырһығыҙ Башҡортостанға.
Гитлер башлаған ғәҙел булмаған һуғыштың еңеү менән тамамланырына ышанған улар. Һуғыш тамамланғас, Ишмөхәмәт Әхсән улы түше тулы наградалар менән үҙенең тыуған ауылы Таштимергә ҡайта. Өҙөлөп көтөп торған һөйгәне Дилара менән өйләнешеп, ете балаға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына баҫтыралар. Республикаға булдыҡлы хеҙмәт кешеләре бүләк итә улар. Бәхетте үҙ ерендә, үҙ колхозында эшләүҙә, татыу йәшәүҙә табалар. Икеһе лә аталары нигеҙ һалған “Путь Ленина” колхозында төрлө вазифаларҙа эшләп, тырыш хеҙмәте өсөн наградалар, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Үҙҙәрен эштә иң бәхетле кешеләр итеп тоялар, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәй улар, сөнки һуғыштан һуңғы йылдарҙа илде аяҡҡа баҫтырыуҙа тормош етешһеҙлектәренә, ауырлыҡтарына ҡарамай, үҙ халҡы менән бергә булалар, бөтә ауырлыҡтарҙы бергә кисерәләр. Ә Дилара Баязит ҡыҙы колхоз эше менән бер рәттән үҙенең шиғырҙар яҙыу һәләтен ауылдаштары менән уртаҡлаша, һәр ваҡыт ауыл клубында шиғырҙарын уҡып халыҡты ҡыуандыра. Уның шиғырҙары колхозсыны эшкә саҡыра, йәшәү ҡиммәтен һаҡларға өндәй, йәшәүгә этәргес бер көс бирер булған.
…Баҫыу эшен гөрләтәгеҙ,
Техникабыҙ ҙа әҙер.
Тырышып эшләгеҙ, егеттәр,
Ускоренье бит хәҙер,
Еңеү даны беҙҙең ҡулда,
Ул булһын ныҡлы терәк.
Бригадир ҙа ауылдыҡы,
Тағы беҙгә ни кәрәк!
Еңеү даны – ал байраҡты
Ҡулдан ысҡындырмайыҡ,
Перестройканы башлайыҡ,
Бер ҙә ҡурҡып тормайыҡ…
Дилара Баязит ҡыҙынан тыш бер кисә лә үтмәгән. Улар һуғыш батырҙары ғына түгел, үҙ ауылы Таштимерҙең ысын илһөйәрҙәре булып донъя көтә. Улар дәүер халҡы бергә бер-береһенә ярҙам итеп, тормош йәмен эштә генә түгел, ял итеүҙә лә таба белгән, күмәк йәшәүҙең, эшләүҙең көсөн тоя белеп көн иткән.
…Бер телемде бишкә бүләйек,
Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек,
Был донъяның ҡәҙерен беләйек”, –
тип йырлашып дуҫлыҡҡа, берҙәмлеккә саҡырып көн иткән улар. Ауыр, әммә ышаныс менән йәшәй белгән осор булған ул ваҡыт.
Ишмөхәмәт Әҡсән улы Ғәлимурзин 1924 йылдың 5 майында Башҡортостандың Әбйәлил районы Таштимер ауылында тыуа. 18 йәшендә үк һуғыш ҡаҙанына оҙатыла. Күпме тапҡыр үлем менән күҙмә-күҙ осрашырға тура килә уға! Ишмөхәмәт уҙаман – өс тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” миҙалы кавалеры. Ә был миҙал, билдәле булыуынса, ябай һалдат өсөн илдең иң юғары наградаһы булып һанала, ул Дан орденына тиң.
“Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының исемдәре менән танышаһың да: “Ә башҡорттарҙан күпме геройҙар булған!” – тип хайран ҡалаһың. Беҙ, фронтовик балалары, атайҙарыбыҙҙың һуғыш тураһында һөйләгәндәрен тыңлап үҫтек. Кистәрен атайыбыҙҙы һырып алып: “Атай, һуғыш тураһында һөйлә әле!” – тип аптырата торғайныҡ. Башынан үткәнен күп һөйләне инде улар. Хәҙер, атайҙарыбыҙ һәм әсәйҙәребеҙ күптән мәрхүм булһа ла, һуғыш тарихы беҙҙең хәтерҙә һаҡлана. “Уларҙың һөйләгәнен яҙып алған булһаҡ ине!” – тип көйөнәбеҙ”, – ти Луиза Ишмөхәмәт ҡыҙы.
Ябай һалдат иҫтәлектәре
Ишмөхәмәт ағай ҙа балаларына һуғыш йылдары хаҡында күп-күп итеп, оҙаҡ-оҙаҡ итеп һөйләгәндер, әлбиттә. Иң көсөргәнешле, иҫенә ныҡ һеңеп ҡалған көндәрен ҡағыҙға ла теркәгән. Күп түгел ул яҙыуҙар – өс дәфтәр бите. Ырымбурҙа йәшәгән ҡыҙы Илүзә ханым Ғәйнуллина ҡәҙерләп һаҡлай уларҙы. Бына нимәләр яҙып ҡалдырған батыр яугир (автор стиле һаҡлана):
“Мин армияға 1942 йылдың август айында алындым. Өфөлә кесе полк командирҙары әҙерләү мәктәбен тамамлап өлгөрмәнек, фронтҡа оҙаттылар. Волойка станцияһында туҡтаныҡ. Беҙҙе 73-сө Сталинград гвардия дивизияһына тәғәйенләнеләр. Сталинградтан ҡасҡан немецтәр Белгород – Курск – Орел йүнәлештәрендә оборона тота ине. Ошо утлы дуғала беренсе тапҡыр һуғышҡа индек. 5 июлдә немецтар, Сталинградтағы юғалтыуҙары өсөн үс алырға теләп, “Икенсе Сталинградты күрһәтәбеҙ һеҙгә!” тип ҡаты һөжүмгә күсте. Беҙҙең рубеждарҙы артиллерия уты аҫтында, самолеттарҙан бомбаға тотоп, атакаға ташландылар.
Бында улар тәү башлап “Тигр”, "Пантера” тигән танкыларын ҡулланды. Көн һөрөмгә әйләнде. Ҡояш ҡыҙарып ҡына күренә. Разведка ротаһы начальнигы өлкән лейтенант Олишниковтың әйтеүе буйынса, беҙҙең батальонды 300 танк атакалаған. Танкылар артынан автоматсылар... Шулай итеп, бер нисә атакалары кире ҡағылды. Сигенеүсе беҙҙең яҡтан юҡ. Немец танкыларын үҙебеҙҙең траншея өҫтөнән уҙғарып, пехотаһын үткәрмәйбеҙ. Беҙҙән 30-40 метр алда немец танкылары яна... Беҙҙең траншеяла “ПТРовец”(ПТР – противотанковое ружье), 45 миллиметрлы пушка янғандағы бронебойщикка: “Мин дә яндырҙым!” – тип ғорурлана. Шулай һөйләшеүҙәрен ишетеп ҡалдым да, взвод командиры лейтенант Мостовскийға һәм өлкән сержант Клименкоға: “Ҡарағыҙ! Танкистарын хәҙер атып бөтәм!” – тием. Брустверға ырғып баҫтым да снайпер мылтығынан ике танк расчетын юҡ иттем. Оҙон арыш араһына ҡасалар ине...
Днепрҙы кисеп, өлкән лейтенант Олишников һәм өлкән лейтенант Щербаков етәкселегендәге разведка төркөмө бәләкәй плацдарм алыу өсөн йылға аша сыға. Танкыға ҡаршы гранаталары аҙ була. Улар рация аша полктан противотанковый гранаталар һорай икән. Полктың замполиты, капитан Ткаченко мине саҡырып алды ла: “Беҙҙең разведка Днепр аша сыҡҡан, уларға гранаталар кәрәк. Кәмә алаһың да, бер сапер менән йылға аша сығып, алып барып тапшыраһың”, – тип приказ бирҙе. Гранаталар плащ-палаткаларға төрөлгән. Днепр аша имен йөҙөп сыҡтыҡ. Сапер кәмә менән яр аҫтында ҡалды, ә мин карта буйынса разведканы барып таптым. Гранаталарҙы тапшырғанда разведка начальнигы: “Нисек сыҡтың? Ух ты, потомок Салавата Юлаева!” – тип илап ебәрҙе. Нисек иламаһын инде, кисеү урынын шрапнелдән һәм самолеттан бомбаға тоталар ине. Әйләнеп ҡайтҡас, командирға: “Задание үтәлде!” – тинем. “Яҡшы, представлю к награде!” – тине. Полк Днепрҙы кискәндә замполит: “Мин һинең менән бер кәмәлә сығам, һин даланлы!” – тине. Шуныһы ауыр булды, полк командиры Петров һәләк булды. Командованиены штаб начальнигы майор Волощук үҙ өҫтөнә алды.
Молдавияны азат иткәндә Яссы-Кишинев группировкаһында булдым. Корсунь-Шевченко группировкаһында Венгрияла Балатон күлендә һуғыштым. Румыния, Болгария, Югославияны азат итеүҙә ҡатнаштым. Еңеү көнөн Австрияла, Грац ҡалаһында ҡаршыланыҡ. Икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены, өс “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, “Хәрби ҡаҙаныштар өсөн“, Сталинградты обороналаған өсөн”, “Белградты азат иткән өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдарын тағып ҡайттым.
Ауыл ситендәге тәпәш өйҙә
Йәшәй әсә һуңғы йылдарын,
Йәшәй яңғыҙ – алыҫ юлдар буйлап
Ул оҙатып ҡалған улдарын.
Өлкәндәре яуҙан ҡайтмағандар,
Шунда ҡалған аҫыл һөйәктәр,
Тик әсәгә улар үле түгел –
Һаман өйҙә, һаман йөрәктә.
Һандыҡ төбөндәге өскөл хаттар
Әсә менән һаман һөйләшә.
Һағыш сәләмдәрен әйтеп тора:
“Әсәйем!” – тип өҙөлөп өндәшә.
Хәниф Кәрим, “Түктермәгеҙ әсә күҙ йәшен” (1983 й.).
Автор: Ләлә БЕЙЕШЕВА.
Фотолар: Ләлә Бейешеваның ғаилә архивынан.