Сибайҙа 102-се йәшендә ҡаланың һуңғы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәмиғә Рыҫбаева үлеп ҡалды.
Был ҡайғылы хәбәрҙе ҡала хакимиәте хәбәр итте.
Сәмиғә Рыҫбаева 1923 йылдың 25 декабрендә Баймаҡ районында тыуған. 1942 йылда Совет Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. Училищены тамамлағас, 227-се дивизияның 637-се авиация-штурмлау полкына ебәрелә. Полк составында Көньяҡ-көнбайыш, 1-се һәм 4-се Украин фронттарында авиамеханик һәм парашют төрөүсе булып хеҙмәт итә. Украинаны, Польшаны, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеүҙе Чехословакияла ҡаршылай.
Сәмиғә Рыҫбаева 1945 йылда демобилизациялана, тәүҙә Медногорск ҡалаһында, артабан Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының Сибай руднигында һәм ошо уҡ комбинатта ташсы булып эшләй.
Уның Еңеүгә индергән өлөшө II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Германияны еңгән өсөн” һәм “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары менән билдәләнгән.
Фото: “Башинформ”.