Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
28 Октябрь 2025, 20:45

100 йәшлек хеҙмәткәребеҙҙе ҡотланыҡ

Ветераныбыҙҙың хәтере яҡшы, аңы ла зирәк - ошо йәштә шулай матур ҡартлыҡ кисереүенә ихлас күңелдән ҡыуандыҡ.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә,  “Башҡортостан” гәзитендә хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан һуғыш һәм тыл ветеран Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙы Нурғәлина ошо көндәрҙә 100 йәшлек юбилейын билдәләне.

Бөгөн Ғәптиә Нурғәлинаны Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, 1975 - 1980 йылдарҙа юбиляр менән бергә эшләгән хеҙмәттәше, "Башҡортостан" гәзитенең хәбәрсеһе Динә Арыҫланова һәм гәзиттең профком рәйесе Рәмилә Мусина ҡотланы.

- Һеҙҙе оло юбилейығыҙ – 100 йәшегеҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Һеҙ – еңеүселәр быуыны вәкиле. Бөйөк Ватан һуғышының бар ауыр һынауҙарын иңегеҙҙә күтәреп, лайыҡлы үткәнһегеҙ, унан һуң илебеҙҙе тергеҙеү эшенә бөтә көсөгөҙҙө һалғанһығыҙ, “Совет Башҡортостаны” гәзитен үҫтереүгә тос өлөш индергәнһегеҙ. Тормош юлығыҙ аша йәш быуынға сағыу өлгө күрһәтеп, күңелдәренә ихтыяр көсө, изгелек, ғәҙеллеккә ынтылыш һалаһығыҙ, Тыуған илебеҙгә ҡарата тәрән һөйөү тәрбиәләйһегеҙ. Тормош иптәшегеҙ Зиннур Әхмәҙиә улы менән матур донъя көтөүегеҙ, үҙ-ара күркәм мөнәсәбәтегеҙ беҙҙе һәр саҡ һоҡландырҙы. “Башҡортостан” гәзитендәге хеҙмәттәштәрегеҙ һеҙҙең менән бергә үткән эш осорон бөгөн дә һағынып иҫкә ала.

Хөрмәтле Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙы, бер быуатҡа тиң оло юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлап, һеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ, ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге, бәхетле ҡартлыҡ насип булһын! - тине Вәдүт Исхаҡов.

Ғәптиә апай менән осрашыу күңелдәрҙә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Һуғыш йылдары тураһында һөйләне, гәзиттә эшләгән хеҙмәттәштәрен иҫкә алды. Ветераныбыҙҙың хәтере яҡшы, аңы ла зирәк - ошо йәштә шулай матур ҡартлыҡ кисереүенә ихлас күңелдән ҡыуандыҡ.

"Мине онотмай ошолай ҙурлап торғанығыҙ өсөн рәхмәт инде", - тип ул, барлыҡ хеҙмәттәштәренә рәхмәт белдереп, оҙатып ҡалды.  

Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙы Зиннур Әхмәҙиә улы менән 70 йыл бергә бәхетле ғүмер кисерә, өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Өлкән улдары Нур Эске эштәр министрлығы системаһында хеҙмәт итә, полковник дәрәжәһенә етә, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Ҡыҙы – фән кандидаты Люциә юғары уҡыу йортонда уҡыта. Ә кесе улдары Илдар Күҙ ауырыуҙары институтында инженер булып эшләй. Хәҙер улар ҙа, һәр намыҫлы һәм яуаплы хеҙмәт юлын үтеп, хаҡлы ялда.

Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙы үҙенең 100 йәшен дәртле һәм теремек өләсәй булып ҡаршылай. Уның туғыҙ ейән-ейәнсәре, шулай уҡ ике бүләсәре һәм өс бүләһе бар. Уларҙың үҫеүен һәм буй етеүен күреү менән дә бәхетле ул.

Ветеранды балалары оло хөрмәт менән ҡарай, "Әсәй!" тип өҙөлөп тора. Туғандарының һөйөүенә, ихтирамына төрөнөп йәшәгәс, Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙының донъяһы теүәл, күңеле тыныс. Әлбиттә, ошондай мөхиттә йәшәү ҙә уның ғүмерен оҙайталыр.    

 Рәмилә МУСИНА фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

100 йәшлек хеҙмәткәребеҙҙе ҡотланыҡ
100 йәшлек хеҙмәткәребеҙҙе ҡотланыҡ
100 йәшлек хеҙмәткәребеҙҙе ҡотланыҡ
100 йәшлек хеҙмәткәребеҙҙе ҡотланыҡ
100 йәшлек хеҙмәткәребеҙҙе ҡотланыҡ
100 йәшлек хеҙмәткәребеҙҙе ҡотланыҡ
100 йәшлек хеҙмәткәребеҙҙе ҡотланыҡ
100 йәшлек хеҙмәткәребеҙҙе ҡотланыҡ
100 йәшлек хеҙмәткәребеҙҙе ҡотланыҡ
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас