Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
2 Апрель 2019, 23:27

"Ашығыс ярҙам": исеме есеменә тап килһен

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм медицина һәләкәттәре үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән осрашты.

Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм медицина һәләкәттәре үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән осрашты.
Сара “Республикала һаулыҡ һаҡлау аҙналығы” IV медицина форумына ярашлы “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр комплексында үтте. Осрашыуҙа шулай уҡ Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ашығыс медицина ярҙамы буйынса штаттан тыш баш белгесе, И.П. Павлов исемендәге Беренсе Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты ректоры, медицина фәндәре докторы Сергей Багненко ҡатнашты.
Радий Хәбиров ашығыс медицина ярҙамы системаһын үҫтереүҙең республикала өҫтөнлөклө мәсьәлә булыуын билдәләне. Матди-техник хәлде яҡшыртыу өсөн милли проектҡа ярашлы һәм төбәк бюджеты иҫәбенә былтыр барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған яңы махсус автомобилдәр алынған.
“Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт. Ул бик ҡатмарлы һәм мөһим, – тине Радий Фәрит улы һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшсәндәренә. – Ашығыс медицина ярҙамы иң юғары технологиялы булырға тейеш. Һеҙҙең был йәһәттән тәҡдим-кәңәштәрегеҙҙе тыңларға әҙербеҙ”.
Осрашыуҙа кадрҙар әҙерләү, автомобиль паркын һәм ҡорамалдарҙы яңыртыу, бригадаларҙы комплектлау, инфраструктураны үҫтереү, эш мәлендә медицина хеҙмәткәрҙәренең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, урамдарҙағы адрес күрһәткестәрен тәртипкә килтереү һ.б. мәсьәләләр буйынса фекер алышынды.
Радий Хәбиров был темаларҙың “Сәләмәтлек сәғәте”ндә күтәреләсәген билдәләне.
Читайте нас: