Кисәнән Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау аҙналығы бара. Унда һәр кем үҙ һаулығын тикшертә ала.
Өфөләге “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр комплексында барған аҙналыҡ сиктәрендә белгестәр һәм табиптар ҡатнашлығында 45 сара үтәсәк. Форум үҙ эсенә ғилми-ғәмәли программаны һәм күргәҙмәне ала.
Пленар ултырыш уҙасаҡ. Халыҡҡа дүрт һаулыҡ үҙәгендә һәм биш мобиль комплекста медицина тикшереүе үтергә мөмкин, ВИЧ-инфекцияға анализ бирергә була.
Ә күргәҙмәлә Рәсәйҙең һәм Беларусь Республикаһының 15 төбәгенән 160-тан ашыу компания ҡатнаша. Улар заманса медицина ҡорамалдары һәм әйберҙәре, яңы технологиялар тәҡдим итә.