Сәләмәт булайыҡ
5 Апреля 2019, 10:30

Гүзәллеге – зиһен еткеһеҙ, дауалары – һанап бөткөһөҙ

“Красноусол”да 200-ҙән ашыу һауыҡтырыу ысулы ҡулланыла.

“Красноусол”да 200-ҙән ашыу һауыҡтырыу ысулы ҡулланыла.
Ҡуйы урманлы тауҙар ҡосағында ятҡан, Көгөш йылғаһын һыулаған был шифахана Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә киң билдәле. Тәбиғәтенең иҫ киткес гүзәллеге менән генә түгел, ә ошо тәбиғәт биргән мөғжизәле сығанаҡтар ярҙамында дауалай белеүе һөҙөмтәһендә лә данлыҡлы ул. Бөгөн нисек йәшәй республикабыҙҙың ғорурлығы, ҡатмарлы баҙар иҡтисады шарттарында нисек шулай алға бара ала?
Бальнеология һәм батҡаҡ менән дауалау йүнәлешендәге “Красноусол” курорты – Баш­ҡортостандың санаторий-курорт системаһындағы әһәмиәтле шифаханаларҙың береһе. Уның төп байлығы тәбиғи дауалау факторҙарынан туплана: уртаса климат һәм минераль һыу – Ессентуки, Краинки шифахана­ла­рын­дағы кеүек аҙ радонлы хлорид натрийлы һәм кальций-магний сульфатлы эсәр һыу, Мацес­талағы ише ванна өсөн һыу һәм Тамбукан күле рәүешендәге ләмле дауалау батҡағы.
– Беҙҙең курорттың үҙенсәлеге шунда – бөтә был дауалау фак­тор­ҙары бер урында тупланған, – ти директорҙың дөйөм мәсьә­лә­ләр буйынса урынбаҫары Рәм­зиә Юлмөхәмәтова. – Шуға күрә лә аш һеңдереү, терәк-хәрә­кәт ағзалары, нерв системаһы, тын юлдары, тире, матдәләр алмашы­ныуы, гинекология һәм урология сирҙәрен уңышлы дауалай ала­быҙ. Былар барыһы ла беҙҙең эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре булып тора. Беҙҙең шифаханала 200-ҙән ашыу дауалау проце­ду­раһы күрһәтелә.
Дауалау базаһы “Унбешайден Баден-Баден” немец фир­ма­һы ҡорамалдары менән йыһаз­ландырылған һыу һәм батҡаҡ дауаханаларынан, шулай уҡ һыу эсеү бюветынан, дауалау-һауыҡ­тырыу комплексынан, диагностика бүлексәһенән, “Самрау” SPA-үҙәгенән, “Эстет” косметология бүлексәһенән тора.
Шифаханала дауаланыусылар берәр һәм икешәр урынлы, бөтә уңайлыҡтары булған ун корпуста йәшәй. Ҡунаҡтарҙы заказ систе­маһы буйынса һәм “швед” өҫтәле” шарттарында эшләгән дүрт ашхана хеҙмәтләндерә. Курорт ҡа­ласығында кибеттәр, кафе, пляж, ҡарауыл ҡуйылған авто-туҡталҡа бар. Барлыҡ корпустар талап­тар­ға ярашлы дәүләт сертификатлауы үтә, уларҙың күпселеге хәҙер “өс йондоҙ”ло, береһе “дүрт йондоҙ”ло булырға әҙерләнә. “Йон­доҙлолоҡ”тоң күтәрелеүе — биналағы шарттарға ҡарата та­лап­ты ла юғарыраҡ ҡуя тигән һүҙ.
Шифахана белгестәре раҫ­лауынса, дауаланыусыларға көн дауамында үҙ бүлмәһендә оҙаҡ булырға тура килмәй: иртәнге 7-нән йоҡонан торорға, артабан – гимнастика, иртәнге аш һәм төшкә тиклем дауам иткән төрлө процедуралар, төшкө аштан һуң да төрлө дауаланыу саралары, шунан һуң ғына ике сәғәт самаһы номерҙа булырға форсат тыуа, сөнки кискә табан төрлө мәҙәни-ял урындары көтә.
Шифахананың тәү ҡарашҡа күҙгә салынып та бармаған тағы бер һауыҡтырыу сығанағы бар: ул ошондағы персоналдың дауа­ланыусыларға ҡарата иғтибар­лы­лығы, итәғәтлелеге, йәғни, икен­се төрлө әйткәндә, һауыҡ­тырыуҙың “кеше факторы”, шуға күрә бында эшләгән хеҙмәт­кәрҙәргә ҡарата талап та юғары.
Йөҙ гектарҙағы биләмәнең бө­тә майҙанында Wi-Fi технология­һы буйынса сымһыҙ бушлай интернет эшләй. Ҡунаҡтарҙың уңай­лылығы өсөн магнит карталары буйынса эске түләү системаһы индерелгән.
“Красноусол” шифаханаһын тулы нигеҙҙә SPA-курорт тип тә атарға мөмкин. Шәмбе һәм йәкшәмбелә бында тулы кимәлдә ял итергә килгән SPA-туристар өсөн “Самрау” үҙәгенең айырым бинаһы тәғәйенләнгән. Тәбиғи, был бинаны дауалауҙан тыш буш ваҡыты булған башҡа ҡунаҡтар ҙа файҙалана ала.
“Самрау” SPA-үҙәге, ғәҙәти күренеш булған урыҫ һәм фин сауналарынан тыш, экзотик көнсығыш мунсаларын да тәҡдим итә: төрөксә хәмәм, японса Фурако, Калдариум аромасаунаһы. Бынан тыш, ҡунаҡтарҙың этник массаждар, һыу процедуралары, төрөнөү, стоун-терапия, SPA-капсула һәм башҡа күп хеҙмәттәрҙән дә файҙаланыу мөмкинлеге бар.
“Эстет” косметология үҙәге һеҙҙең ҡарамаҡҡа аппаратлы һәм дауалау маҡсатындағы косметология кабинеттарын, йөҙҙө йә­шәр­теүҙең хирургия менән бәй­лән­мәгән ысулдарын, инвазив булмаған мезотерапия, хәүефһеҙ шеште алып ташлауҙы, лазер ме­нән дауалау, плазмолифтинг һәм башҡа алымдарҙы тәҡдим итә.
Ҡунаҡтар өсөн бассейны, сау­наһы, фитобары һәм спорт залы булған дауалау-һауыҡтырыу комп­лексы бар; дауалау физкуль­тураһы, аэробика тәҡдим иткән һәм реабилитациялау тренажер­ҙарында шөғөлләнергә форсат биргән фитнес-үҙәк эшләй.
“Олимп” спорт ҡаласығы ла – ҡунаҡтарҙың яратҡан урыны. Бында теннис корты, мини-гольф, “городки”, волейбол майҙансығы, футбол майҙаны бар, шулай уҡ прокатҡа велосипед, квадроцикл һәм роликлы коньки алырға мөм­кин. Ҡышҡы осорҙа ла күңелле ял шарттары тәҡдим ителә: конь­киҙа һәм саңғыла шыуыу, сноубордта һәм ҡаргиҙәрҙә йөрөү. Яһалма боҙ түшәлгән көпләүле каток бында йыл әйләнәһенә эшләй, ул – ошо шифаханалағы ғына түгел, ә республиканың санаторий-курорт системаһы өсөн уникаль ҡоролма.
Күңел асыу-ял итеү үҙәгендә йәйге эстрада, балалар өсөн уйын майҙансығы һәм башҡа уңай­лыҡтар ҙа бар. Бында ҡунаҡ­тар кино-концерт залында, күргәҙ­мәлә, шифахана тарихы музе­йын­да, китапханала, лазер ти­рын­да була ала, шулай уҡ караоке менән шөғөлләнеү, боулинг, бильярд һәм өҫтәл уйындары ме­нән мауығыу мөмкинлеге бирелә.
Яҡын киләсәктә шифаханала “Әсә һәм бала” комплексын булдырыу планлаштырыла, ул төрлө махсус клиникалар менән хеҙмәт­тәш­лек нигеҙендә ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар түлһеҙлеген дауа­лауҙы күҙ уңында тота.
Экология мәсьәләһен дә шифаханала иғтибарҙан ситтә ҡал­дырмайҙар, сөнки тәбиғи сыға­наҡтарҙы – шифалы һыу менән батҡаҡты, тирә-яҡтағы күркәм тәбиғәтте – әрәм-шәрәм итеүгә һис юл ҡуйылырға тейеш түгел. Башҡа күп шифаханаларҙан айырмалы, бында дауалаусы ләмде һәм минераль һыуҙы ситтән ташымайҙар, ә үҙ ерендә булғанды файҙаланалар. Тәбиғи, бының ҡәҙерен дә белергә кәрәк. Биләмәләге 200 самаһы сыға­наҡты даими таҙартып һәм төҙөкләндереп тороу, санитар һаҡлағыс зона ҡағиҙәләре лә шул маҡсатта булдырылған да инде.
“Красноусол” шифа­хана­һына – 95 йыл. Ошо бер быуат­ҡа яҡын дәүерҙә ул Башҡортос­тандың һәм Рәсәйҙең иң абруйлы, уңайлы шифаханаларының береһенә әүерелгән. Республика һәм Рәсәй кимәлендәге төрлө форумдарҙа, конкурстарҙа яулан­ған юғары наградалар, шулай уҡ төрлө тарафтарҙан килгән ҡунаҡ­тарҙың йыл һайын тағы ошонда дауаланырға ынтылыуы шуны раҫлай.
Реклама.
Читайте нас