Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Апрель 2019, 16:00

Венецияны барып күрәйек

Һеҙҙең Венецияла булғанығыҙ бармы? Юҡ, Италиялағыһы түгел, ә Башҡортостандыҡында. Булмаһа, йыраҡ йөрөйһө лә түгел, “Венеция” шифахана-профилакторийы Дүртөйлө районында ғына урынлашҡан.

Ул эргәлә генә!
Һеҙҙең Венецияла булғанығыҙ бармы? Юҡ, Италиялағыһы түгел, ә Башҡортостандыҡында. Булмаһа, йыраҡ йөрөйһө лә түгел, “Венеция” шифахана-профилакторийы Дүртөйлө районында ғына урынлашҡан.
Эйе, бөгөн һүҙебеҙ республикабыҙҙың экологик яҡтан таҙа, иҫ китмәле матур ҡарағай урманы эргәһендә урынлашҡан шифахана тураһында. Хозур тәбиғәт, йәмле Ағиҙел буйҙары, саф һауа, һис шикһеҙ, һеҙҙең һаулыҡты нығытасаҡ, күңелегеҙҙе күтәрәсәк. Бында тәбиғәт көсө менән генә шифаландыралар, тип уйлап ҡуймағыҙ. Профилакторий үҙенең күп төрлө дауалау саралары, юғары квалификациялы һәм иғтибарлы белгестәре менән алдыра, әлбиттә.
Был һүҙҙәрҙең хаҡлығын бында нисәнсе йыл рәттән дауа­ланған һәм ял иткән даими пациенттар ҙа дәлилләй.
– Бишенсе тапҡыр килеүем. Барыһы ла оҡшай, дауалары бик килешә. Айырыуса хуш еҫле ҡа­рағай урманын яратам, унда тә­немә дауа, күңелемә тыныслыҡ табам. Был матур төбәк һәр ва­ҡыт үҙенә саҡырып ҡына тора, – тип тәьҫораттары менән уртаҡ­лашты Нефтекама ҡалаһынан Фәнзиә Әхмәтйәнова. Уның һүҙ­ҙәрен Өфөнән килгән Наилә Кузнецова ла йөпләне: “Тәүге тапҡыр килеүем. Барыһы ла оҡшай. Дауалау ҙа, ашау ҙа һәйбәт. Артабан да килермен тип уйлайым”.
Шифаханала быуын һәм те­рәк-хәрәкәт аппараты сирҙәрен (артрит, полиартрит, радикулит, остеохондроз), тын алыу ағза­лары сирҙәрен (ҡурылдай быума­һы, бронхит, төрлө аллергоздар, вазомотор риниттар), ҡайһы бер тире сирҙәрен дауалайҙар, шулай уҡ дөйөм терапия практикаһы бар.
– Беҙҙә дауалау алымдары, һәр ял итеүсенең һаулығының торошона ҡарап, шәхсән һайлап алына. Программаны пациенттың килтергән анализдары һәм үҙе­беҙҙең тикшереү һөҙөмтә­һендә билдәләйбеҙ, – ти “Венеция”ның директоры Рәшит Низаметдинов (телефоны: 89874929211). – Заманса ҡорамал­дарыбыҙ проце­дураларҙы төрләндерә һәм дауаны һөҙөмтәлерәк итә.
Бында дауалау төрҙәре, ысынлап та, күп һәм үҙенсәлекле. Мә­ҫәлән, күптәргә һыу менән дауалау оҡшай. Ылыҫлы, хуш еҫле, кислородлы һәм башҡа файҙалы ҡушымталар менән ванналар ҡабул итергә мөмкин. Аэрофитотерапия, галотерапия, ингаляциялар, парафин менән дауалау, дауалау гимнастикаһы бар. Магнит терапияһы ярҙамында тире сирҙәре, инсульттан һуң реабилитация үткәреү, мастопатия, аналыҡ фибромиомаһы, терәк-хәрәкәт системаһында онкологик сирҙе лә дауалайҙар хатта. Шулай уҡ климат менән дә дауалау ҡаралған. Ял итеүселәр кедр мискәһен бик ярата.
Профилакторийҙа бер юлы 50 кеше ял итә ала. Ике ҡатлы бина төҙөк һәм заманса. Ҡунаҡтарға бер, ике бүлмәле номерҙар һәм уңайлы люкстар тәҡдим ителә. Әйткәндәй, дауалау корпусы, ашхана, спорт залы һәм йәшәгән бүлмәләр үҙ-ара йылы коридор менән бәйләнгән.
Ашхана тигәндән, ашау ҙа бик яҡшы ойошторолған бында. Классик һәм диетик туҡланыу һәр кемгә шәхсән һайлана. Менюлағы ризыҡтар һәм эсемлектәр экологик таҙа аҙыҡ-түлектән әҙер­ләнә, уларҙы яҡын-тирәләге ауыл хужалығы һәм малсылыҡ предприятиеларынан һатып алалар.
– Туҡланыу – шифахана-курорт дауаһының тағы бер мөһим йүнәлеше. Менюға бик ҙур иғти­бар бирәбеҙ. Ауырыуҙың төрөнә ҡарап, махсус диеталар ҙа әҙерләйбеҙ. Көнөнә алты тапҡыр ашау ойошторолған, ул миҙге­ленә ҡарап даими үҙгәртелеп тора, – ти директор.
Ял итеү урыны күңел асыуһыҙ булмай, әлбиттә. “Венеция”ла был йәһәттән дә барыһы ла яҡ­шы. Концерттар, дискотека, уйындар ойошторола. Балалар өсөн дә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы программалар әҙерләнә. Шулай уҡ Дүртөйлө ҡалаһына барыу, му­зейға, ат-спорт комплексына сә­йәхәттәр ҡаралған. Йәй ял иткән­дәр бигерәк тә ота: күл йә йылға буйында балыҡ тоторға мөмкин, үҙ пляждарында рәхәт­ләнеп һыу инергә лә була. Ҡыш миҙ­гелендә лә тик ятмай ял итеүселәр, саңғыла, конькиҙа йөрөү һәм башҡа саралар ҡаралған.
Әйткәндәй, бында ял көндә­рендә лә килергә була. Шулай уҡ ҙур байрамдар, төрлө мәжлес­тәр үткәреү мөмкинлеге лә бар. Ғөмүмән, нисә көн ял итергә һәм дауаланырға икәнлеген ял итеүсе үҙе хәл итә.
Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр, тиҙәр беҙҙең халыҡта, шуға күрә Башҡортостан “Венеция”һына рәхим итегеҙ!
Читайте нас: