Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Апрель 2019, 00:31

Солянка ашама...

Бөгөн – Халыҡ-ара аш көнө. Рәсәй белгестәре уларҙың ниндәйе файҙалы, ҡайһыһы һаулыҡҡа зыян килтерә икәнен асыҡланы.

Бөгөн – Халыҡ-ара аш көнө. Рәсәй белгестәре уларҙың ниндәйе файҙалы, ҡайһыһы һаулыҡҡа зыян килтерә икәнен асыҡланы.
Баҡһаң, сәләмәт булайым тиһәң, еңелсә йәшелсә аштарын һайларға кәрәк. Ә бына солянканы сикләргә тура килер, сөнки был ризыҡта иттең бер нисә төрө алына, тоҙло ҡыяр, ҡурылған ингредиенттар ҡушыла. Һөҙөмтәлә бигерәк әсе, майлы килеп сыға. Ә былай туҡланыу йөрәк-ҡан тамырҙары, ҡан баҫымы менән сирләгән кешеләргә тыйыла.
Ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙары менән яфаланған кешеләргә шулай уҡ бәшмәк аштарын да ҡулланырға ярамай.
Ә башҡорттоң яратҡан ашы бишбармаҡ тураһында белгестәр ләм-мим...
Читайте нас: