Сәләмәт булайыҡ
10 Апреля 2019, 19:23

Йөрәктән – йөрәккә

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы артистары һәм хеҙмәткәрҙәре “Мәрхәмәтле донор” акцияһына ҡушылып, бар коллектив менән ҡан тапшырҙы.

"Берҙәм Рәсәй"ҙең матбуғат хеҙмәтенән."Берҙәм Рәсәй"ҙең матбуғат хеҙмәтенән.
"Берҙәм Рәсәй"ҙең матбуғат хеҙмәтенән.
“Башҡортостан” дәүләт концерт залы артистары һәм хеҙмәткәрҙәре “Мәрхәмәтле донор” акцияһына ҡушылып, бар коллектив менән ҡан тапшырҙы.
“Башланғыс дәррәү хупланды. Коллектив менән атҡарылған дөйөм сараны үҙебеҙ “Йөрәктән – йөрәккә” тип атаныҡ. Акцияға башҡа ижади коллективтар ҙа ҡушылһын ине тип теләйбеҙ”, – тине “Башҡортостан” дәүләт концерт залы директоры Алмас Сәйетов.
“Беҙҙең киләсәк” хәйриә фонды етәксеһе Гөлнара Хәмиева әйтеүенсә, майҙа Өфө моторҙар эшләү берекмәһе хеҙмәткәрҙәре лә ҡан тапшырырға йыйына.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, акция быйыл 11 февралдә башланды һәм йыл дауамында барасаҡ.
Читайте нас