Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
19 Апрель 2019, 18:26

“Аҫтыртын” сирҙе лә иҫкәртеү мөмкин

Һуң булып ҡуймаһын.

Һуң булып ҡуймаһын.


Атеросклероз – оҙаҡ йылдар буйына үҙен һиҙҙермәгән, бик “аҫтыртын” сирҙәрҙең береһе. Ҡан тамырҙары эшлектән сыҡҡас, инсульт йәки миокард инфарктына юлыҡҡас ҡына уның эҙемтәләрен тоя башлайбыҙ. Әммә бик һуң инде…


Дөрөҫ туҡланмау, аҙ хәрәкәт­сән­лек, стресс һәм борсолоуҙар – барыһы ла атеросклероз башланыуына сәбәпсе факторҙар. Был сир эре ҡан тамырҙарын за­рарлай. Тамырҙар стеналарына холестерин ултыра, һөҙөм­тәлә улар тарайғандан-тарая. Зарарланған тамырҙар аша ҡан ағымы кәмей. Атеросклероз хроник төҫ ала һәм хеҙмәткә һәләт­лелекте юғалтыуҙың һәм ваҡы­тынан алда вафат булыуҙың сәбәпсеһенә әүерелә. Айырыуса 40-45 йәштәге ир-атты аямай.


Хәүеф факторҙары


Атеросклероз үҫешенең хә­үеф­ле факторҙары араһында беҙ­ҙең ҡулдан килмәгән, үҙгәртеп булмай торған факторҙар ҙа бар: кешенең йәше, енесе, нәҫелдән килгән күсәгилешлелек. Әммә ҡай­һы бер сиргә килтереүсе сә­бәптәрҙән ҡотолоу мөмкин, һиме­реү, тәмәке тартыу, гипертензия, хатта шәкәр диабетын, матдәләр алмашыныуын да көйләргә була.
Иртә осорҙа артерияларға липид ҡатламдары ултыра. Артабан май һәм холестерин өҫтәлеп, тығыҙ атеромалар йәки атеросклероз төйөрсәләре хасил була. Ахырҙа төйөрсәләрҙә некроз (туҡымаларҙың үлеүе) процесы башлана, ҡан һауыу, тромбтар барлыҡҡа килеүе мөмкин. Ҡан тамырҙарының ныҡлығы кәмей. Эре тамырҙар төйөрсәләр менән ҡаплана һәм организмдың ҡан менән тәьмин ителеүен тотҡар­лай. Атеросклероз төйөрсәһе – майлы матдәләрҙән (тәү сиратта холестериндан) һәм кальцийҙан торған берләшмә. Ул тромбҡа әүерелеп, тамырҙарҙы тарайта, деформацияға килтерә. Өҫтәүенә уның өҙөлөп китеп, ҡан әйлә­нешен боҙоуы, кешене үлемгә килтереүе ихтимал.

Коронар артериялар атеросклерозы йыш ҡына стенокардия, инфаркт формаһында сағылыш таба. Йөрәктең ҡан менән тәьмин ителеше һәм ихтыяж араһында ярашлылыҡ боҙола. Ҡайһы ваҡыт сирҙең бер ниндәй билдә­һеҙ ҙә үтеүе ихтимал.
Бауыр тамырҙары зарар­лан­ғанда ауыр артериаль гипертония башлана. Баш мейеһе та­мырҙарына зыян килгәндә эшкә һәләтлелек кәмей, хәтер насарая, кеше тиҙ арып талсыға. Аҙаҡ баш әйләнеүе, йоҡоһоҙлоҡ күҙәтелә, ауырыу юҡ-барға сәбәләнеүсәнгә, ҡуҙғыусанға, бәйләнсеккә әйләнә, интеллект түбәнәйә. Мейе артериялары атеросклерозының ҡан әйләнеше боҙолоуы, инсульт менән тамамланыуы ихтимал.
Сиргә юлыҡмау өсөн ниндәй саралар күреү мотлаҡ? Артыҡ майлы аҙыҡтар ашауҙан тыйылыу, зыянлы ғәҙәттәрҙән арыныу, хәрәкәт итеү, тән ауырлығын контролләү – был сараларҙың иң ҡулайы. Сир бит аҡрынлап үҫешә, уны шунда уҡ тотоп алыуы ауыр. Шуға күрә үҙегеҙҙә һаулыҡҡа хәүеф тыуҙырыусы сәбәптәрҙе һиҙәһегеҙ икән, ҡандағы липидтар һәм холестерин кимәлен контролләргә тырышырға кәрәк.
Ә һеҙҙең табибығыҙ ниндәй ярҙам күрһәтә ала? Дауалау бөтәһенән дә элек нервы һәм психик көсөргәнеште бөтөрөүгә, алмашыу процестарын көйләүгә йүнәлтелә. Липидтар кимәлен кәметеүсе, тамырҙарҙың һығыл­малылығын яҡшыртыусы препараттар тәғәйенләнә, ял һәм эш режимы, дауалау гимнастикаһы билдәләнә. Ҡан әйләнешенә хәүеф тыуҙырыусы атеросклероз төйөрсәләре булыуы асыҡлан­ғанда дауалауҙың хирургик ысулдары файҙаланыла.
Читайте нас: